Меморандумға ҡул ҡуйылды27.07.2013
Башҡортостан делегацияһының АҠШ-ҡа эш сәфәре барышында Литл-Рокта Арканзас штаты губернаторы Майк Биб менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдиновтың осрашыуы булды.

Майк Бибты республиканың сәнәғәт ҡеүәте, иҡтисад һәм инвестиция йәһәтенән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Әңгәмә барышында губернатор, Арканзас менән Башҡортостан араһында уртаҡлыҡтар байтаҡ, улар хатта майҙаны һәм халыҡ һаны буйынса оҡшаш, тип билдәләне. Был төбәктәр агросәнәғәт етештереүе өлкәһендә лә алдынғылар иҫәбендә. Хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү, киңәйтеү, мәғлүмәт алмашыуҙы дәртләндереү маҡсатында Арканзас менән Башҡортостан Хөкүмәттәре араһында үҙ-ара аңлашыу тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
Документ ике төбәктең сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф һәм мәҙәни бәйләнештәрен үҫтереүгә ынтылышын билдәләй. Дәүләт ойошмалары, белем биреү учреждениелары һәм шәхси предприятиелар араһында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу зарурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Сәфәр барышында шулай уҡ Арканзастағы “King Coal”, “Stephens”, “Tyson Foods”, “Acxiom Corporation” компаниялары менеджменты менән осрашыуҙар үткәрелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.


Вернуться назад