Һүлпәнлектән арынырға ваҡыт27.07.2013
Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендә үткән селектор кәңәшмәһендә халыҡтың сәләмәтлеге өсөн мөһим мәсьәлә тикшерелде. Ни өсөн быйыл республикала өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу эше һүлпән бара? Хикмәт нимәлә: сараны ойоштора белмәүҙәме, әллә халыҡтың үҙенең һаулыҡ торошон тикшертеүгә теләге юҡмы?
2011 йылдың 29 ноябрендәге “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, сирҙәрҙе ваҡытында иҫкәртеү өсөн диспансерлаштырыу үткәреү төп йүнәлешкә әүерелергә тейеш ине. Быйыл республикала был мөһим сараны 570 833 кешенең үтеп, сәләмәтлеге торошо хаҡында табиптарҙан кәңәш алыуы планлаштырылғайны. Ошо маҡсатҡа Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды тарафынан диспансерлаштырыуҙың беренсе этабына 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Аҡса бар, ә эш һүлпән. Ярты йыл эсендә 176 мең кеше медицина тикшереүен үтергә тейеш булып та, ни бары 60 меңе генә диспансерлаштырыуҙа ҡатнашҡан. Был – йыллыҡ пландың ни бары 10,4 проценты тигән һүҙ.
Селектор кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар был мөһим эштең тотҡарланыу сәбәптәрен үҙ күҙлегенән сығып асыҡларға, аҡланырға тырышты. Кемдер халыҡтың диспансерлаштырыуҙы үтеү тәртибен белмәүе, мәғлүмәт етешмәүе, ҡайһы берәүҙәр поликлиникаларҙа сираттың ҙурлығы арҡаһында граждандарҙың ваҡытын әрәм итмәҫкә теләүе, кәрәкле медицина аппараттарының булмауы менән аңлатты. Кәңәшмәлә эш биреүселәрҙең профсоюз ойошмалары менән берлектә үҙ коллективтарында диспансерлаштырыуҙы ойоштороуҙың мөһимлегенә ҙур иғтибар йүнәлтелде.
Вице-премьерҙың билдәләүенсә, урындағы хакимиәт етәкселәре халыҡ менән был йәһәттән даими эш алып барырға, мобиль комплекстарҙы эшкә ҡушырға, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә иғтибарҙы арттырырға бурыслы. Һәр өлкән кешенең өс йылға бер тапҡыр сәләмәтлеген тикшертеп, табиптарҙан тейешле консультация алыуы мотлаҡ. Ә бының өсөн, әлбиттә, эште юғары кимәлдә ойоштороу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим. Һүлпәнлек күрһәткән райондар менән бергә халыҡтың сәләмәтлегенә, иҫкәртеү эшенә етди ҡараған Борай, Ауырғазы райондары маҡтап телгә алынды. Бер үк мәсьәлә, бер үк шарттар, тик эшкә ҡараш ҡына төрлөсә.