Һәр яҡтың мәнфәғәте күҙәтелә27.07.2013
2013 йылдың 3 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының референдумдар тураһындағы закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 709-сы республика Законы федераль ҡануниәттәге граждандарҙың һайлау хоҡуғы һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғы гарантияларын тәьмин итеү өлкәһендәге яңылыҡтарҙы иҫәпкә ала.
Закон республикала референдумды ойоштороу һәм үткәреү ғәмәлдәрен башҡарыу ваҡытын асыҡлай, тауыш биреү йомғаҡтары тураһындағы протоколды электрон төрҙә төҙөү мөмкинлеген билдәләй. Бынан тыш, яңы документ бюллетендәр, иҫәптән төшөү таныҡлыҡтары, референдум үткәргәндә ҡулланылған махсус билдәләр (маркалар) әҙерләүгә заказдың тейешле референдум комиссияһы йәки уның ҡарары буйынса түбәнге комиссиялар тарафынан урынлаштырылыуы хаҡындағы норманы үҙ эсенә ала.

“Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында”ғы һәм “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 710-сы республика Законын ҡабул итеү “Дәүләт вазифаларын башҡарыусыларҙың һәм башҡа кешеләрҙең сығымдары менән килемдәренең тап килеүенә контроль тураһында”ғы 230-сы Федераль законға бәйле.
Закон менән Федераль закон талаптарын үтәү алымдары билдәләнә. Атап әйткәндә, даими нигеҙҙә муниципаль вазифаларҙы башҡарған кешеләрҙең, уларҙың ғаилә ағзаларының сығымдарына контроллек итеү хаҡындағы нормалар күҙ уңында тотола. Муниципаль кимәлдә коррупцияға ҡаршы эш итеү мәсьәләләрен хоҡуҡи көйләү маҡсатында Закон менән урындағы үҙидара органдарының рәсми сайттарында үрҙә билдәләнгән кешеләрҙең килеме, милке һәм мөлкәткә бәйле йөкләмәләре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу, киң мәғлүмәт сараларына баҫтырып сығарыу өсөн ошондай мәғлүмәттәрҙе тәҡдим итеү хаҡындағы положениелар индерелә.

“Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 711-се республика Законы, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын иҫәпкә алып, ҡануниәтте артабан камиллаштырыу, федераль ҡануниәт менән яраштырыу зарурлығына бәйле.
Закон менән Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының үтәлеше буйынса быйыл 13 майҙа уҙғарылған парламент тыңлауҙары тәҡдимдәрен ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерелә. Улар ошо өлкәләге яуаплылыҡты көсәйтеү, штраф күләмен арттырыуҙы күҙҙә тота. Документ административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы протокол төҙөү вәкәләте бирелгән вазифалы кешеләр исемлеген билдәләгән нормаларға асыҡлыҡ индерә.

“Башҡортостан Республикаһында төҙөүселәр (заказсылар) тарафынан күп фатирлы йорттар һалыу буйынса йөкләмәләрен үтәмәү һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса саралар тураһында”ғы 712-се Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерелде.
Проблемалы торлаҡ төҙөлөшөн нигеҙҙә ойошмалар тамамлай. Йыш ҡына “намыҫһыҙ” төҙөүсе “Эшкә һәләтһеҙлек (бөлгөнлөк) тураһында”ғы Федераль законға ярашлы банкротлыҡ процедураһын үтә. Төҙөүсе бөлгөнлөккә төшә икән, ул бер яҡтан — банктар һәм кредиторҙар алдында, икенсе яҡтан торлаҡ йорттағы фатир өсөн инвестиция иғәнәһен түләгән ябай граждандар алдында бурыслы булып ҡала. Банктар менән кредиторҙар бурыстың структураһын үҙгәртеү йәки ҡалған активтарҙы кире ҡайтарыу алымын тапһа, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар өсөн был – бик ҡатмарлы мәсьәлә. Ул ҡануниәт менән әлегә тиклем хәл ителмәй ҡалды.
Яңы Закон өлөшсөләр менән күп фатирлы йорт төҙөлөшөн тамамлаған ойошма араһында бәхәскә юл ҡуймау, һәр яҡтың мөлкәт мәнфәғәттәрен яҡлау, проблемалы йорт төҙөлөшөн аҙағына еткереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген бирә. Закон алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡайһы бер сараларҙы үҙ эсенә алған статья менән тулыландырыла.

2013 йылдың 3 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифаларын һәм дәүләт граждан хеҙмәте вазифаларын башҡарған кешеләрҙең сикләүҙәрҙе үтәүенә һәм уларҙың сығымының килеменә тап килеүенә контролде тәьмин итеү йәһәтенән Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 713-сө Башҡортостан Законы коррупцияға ҡаршы эш итеүгә йүнәлтелгән федераль ҡануниәт менән яраштырыла.
“Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы республика Законына дәүләт граждан хеҙмәткәре тарафынан үҙенең, ғаилә ағзаларының һәм бәлиғ булмаған балаларының килеме, милке, мөлкәт йөкләмәләре, шулай уҡ ер, башҡа күсемһеҙ милек объекты, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, акциялар һатып алыуға ҡағылышлы һәр килешеү буйынса сығымдары хаҡында мәғлүмәт тапшырыу тураһындағы нормалар инә. Дәүләт вазифаһын башҡарған кешенең сығымдарын декларациялау буйынса тейешле үҙгәрештәр “Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифалары тураһында”ғы Законда урын алған.

“Башҡортостан Республикаһында бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерелде. Улар бюджет мөнәсәбәттәрен көйләү, бюджет процесын ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелә.
Муниципаль берәмектәрҙең һалым ҡеүәтен арттырыу маҡсатында Закон менән урындағы бюджеттар бүлемдәрҙең өҫтәмә нормативтары буйынса бюджет тәьминәтен тигеҙләүгә дотацияларҙың иҫәпләнгән күләменән артығыраҡ алған килем урындағы ҡаҙнаның шәхси килеме күләмендә бюджет-ара трансферттар өлөшөн хисаплағанда иҫәпкә алынмай, тип билдәләнә.
Башҡортостандың Финанс министрлығына муниципаль район бюджеттарына субвенциялар бүлеүҙе туҡтатып тороу (кәметеү) буйынса өҫтәмә хоҡуҡ бирелә. Урындағы үҙидара органдары тарафынан бюджет-финанс вәкәләттәрен үтәүгә контроллек итеү алымдары арттырыла. Башҡортостан бюджетынан урындағы ҡаҙналарға бюджет-ара трансферттар бирелгәндә 2003 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се Федераль закон менән билдәләнгән урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау менән бәйле сикләүҙәр ғәмәлдән сығарыла.
Айырым кешеләрҙең килеменә һалымдан бүлем нормативы күләме 10-дан 20 процентҡа тиклем арттырыла.

“Башҡортостан Республикаһының Резерв фонды тураһында”ғы 715-се республика Законы Резерв фонды аҡсаһы күләмен, уны туплау, файҙаланыу, уға контроллек итеү тәртибен билдәләй.


Вернуться назад