Андрей Назаров — республика Президентының махсус вәкиле24.12.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең советнигы Андрей Назаровты Башҡортостан Республикаһы Президентының инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле итеп тәғәйенләне.
Был ҡарар инвестиция йәлеп итеү һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеген камиллаштырыу маҡсатында ҡабул ителде.
Башҡортостан Республикаһы Президентының инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Мәскәү ҡалаһында эшләйәсәк.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад