Фатирҙарҙы нисек бүлешергә?26.07.2013
— Никахта саҡта ирем менән ике фатир алдыҡ. Береһе — ипотекаға, ирем исеменә яҙылған. Мин — поручитель, ипотека буйынса бурыс — 1 миллион 500 мең һум. Икенсеһен мин эштән биш йылға түләү ваҡытын кисектереп алдым. 2014 йылға тиклем ҡулланыусылар кооперативы менән өлөшләтә пай туплау килешеүе менән төҙөлгәйне. 2014 йылда барлыҡ пай өлөштәрен түләп бөткәс, фатир минең милеккә күсәсәк. Аҡсаны банкка үҙем түләнем, эш хаҡымдан тотолоп торҙо. Быйыл айырылышабыҙ. Ирем был фатирҙың өлөшөнә дәғүә итәме, әллә мин индергән түләүҙәрҙең яртыһынамы? Һәм күпме ваҡыт үткәндән һуң милек бүлешеүгә һәм алиментҡа ғариза бирә алам?
Илүзә. Өфө ҡалаһы.

— Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, рәсми никахта тупланған барлыҡ милек тә уртаҡ. Был ҡағиҙә банкта залогта булған (ипотека) һәм ҡулланыусылар кооперативында пай туплау юлы менән алынған фатирҙарға ла ҡағыла. Һорауҙан аңлашылыуынса, тәүге торлаҡ ипотекаға ирегеҙ исеменә алынған. Банкка кредит һорап һеҙ никахта булған саҡта мөрәжәғәт иткәнһегеҙ. Тимәк, был фатир бергә алынған һәм уртаҡ өлөштәргә бүленергә тейеш. Был осраҡта банктың шарттарына иғтибар итегеҙ, шулай уҡ кредит килешеүен ныҡлап өйрәнегеҙ. Күп банктар килешеүҙә айырылышҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген, ниндәй тәртиптә бүлешеүҙе билдәләй. Мәҫәлән, банк менән килешеп, ипотеканы икегеҙгә лә теркәргә була. Йәки фатирҙы һатырға һәм кредит өлөшөн банкка ҡайтарғандан һуң ҡалған аҡсаны бүлешергә мөмкин.
Шулай ҙа һәр ваҡыт мәсьәләне һөйләшеп, ике яҡ өсөн дә уңайлы шарттар табып хәл итеү яҡшыраҡ. Бының өсөн уртаҡ милекте бүлешеү тураһындағы килешеү итеп теркәргә йәки судта раҫланған мировой килешеү булыуы ихтимал.
Һеҙҙең эшегеҙҙән ҡулланыусылар кооперативы аша алынған фатирығыҙға килгәндә, уны ла уртаҡ өлөштәргә бүлергә тура киләсәк. Был осраҡта уртаҡ милек булып фатир түгел, ә унда индерелгән иғәнә күләме иҫәпләнә. Шуға күрә айырылышыу көнөнә ҡарата күпме аҡса түләнгәнен дәлилләүсе белешмә алырға һәм шул сумманы икегә бүлергә кәрәк. Әгәр айырылышыу ваҡытында уҡ уртаҡ милекте бүлешмәгәнһегеҙ икән, аҙаҡ, фатир һеҙҙең милеккә күскәндән һуң, ирегеҙ торлаҡтың яртыһына дәғүә итәсәк. Алиментҡа килгәндә, уны түләүҙе талап итеп судҡа ғариза биргәндән һуң ирегеҙгә дәғүә белдерәһегеҙ.


Вернуться назад