Буш вәғәҙә тамаҡ туйҙырмай24.12.2011
Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһы барышында белдерҙе. Кисә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда үткән сарала партияның төбәк сәйәси советы секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин, Дәүләт Думаһы депутаттары, райондарҙан килгән делегаттар ҡатнашты.
— Башҡортостан һайлаусыларының 70 проценттан ашыуы “Берҙәм Рәсәй” өсөн тауыш биреүе һөҙөмтәһендә партиянан 12 кеше Дәүләт Думаһына депутат булып үтте. Уларҙың икәүһе — Александр Дегтярев менән Павел Крашенинников — комитет рәйестәре итеп һайланды. Был — ҙур уңыш, мин һеҙҙе ҡотлайым, — тине Рөстәм Хәмитов.
Әммә Президент партия ағзаларына бының менән сикләнмәҫкә, мөһим бурыстар тураһында онотмаҫҡа ҡушты. Ғөмүмән, ул “Берҙәм Рәсәй” ағзаларын заманға ярашлы үҙгәрергә һәм халыҡҡа яҡыныраҡ булырға саҡырҙы.
— Беҙ “Халыҡ өсөн эшләргә” тигән лозунг менән еңдек һәм быны онотмаҫҡа кәрәк. Халыҡ власть өсөн түгел, ә власть халыҡ өсөн, — тип дауам итте республика Президенты. — Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: халыҡ аҡыллы, уяу, уларҙы буш вәғәҙәләр менән алдаштырып булмай. Партияға ҡарата дәғүәләрҙе иҫәптә тотоп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, яңырыу йүнәлешендә эшләү талап ителә.
Ә. Илдусова.


Вернуться назад