“Һәр тин өсөн яуаплыбыҙ”26.07.2013
Өфөлә территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре һәм бухгалтерҙарының семинары үтте. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ойошторған сарала комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Наилә Алтынова, секретарь Марина Долматова ҡатнашты.

Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостандағы һайлауға бәйле хәл хаҡында һөйләне. 21 июлдә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар күрһәтеү тамамланды. Әле бер мандатлы округтар буйынса 444 кандидат күрһәтелгән, шуларҙың 57-һе теркәлгән. Берҙәм округ буйынса кандидаттар һәм партия исемлектәрен теркәү 31 июлдә тамамлана. Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының исемлеге генә теркәлгән. Дөйөм алғанда, һайлауҙа 19 сәйәси партия ҡатнаша.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе парламентҡа һайлауҙа конкуренцияның ҙур булыуын билдәләне. Һәр депутат мандатына 11-12 кандидат дәғүә итә. Бер мандатлы округтарҙа 6-нан да кәмерәк кандидат юҡ. Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау үткәреүгә республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
— Аҙ аҡса түгел, уның һәр тине өсөн беҙ республика етәкселеге алдында отчет тоторға тейешбеҙ, — тине комиссия рәйесе.
Семинарҙа һайлау кампанияһын финанслау, сараға әҙерлек һәм уны үткәреүгә сығымдарҙы күҙаллау, ҡаҙнанан бүленгән аҡсаның хисабын алып барыу өсөн иҫәп асыу, аҡса күсереү, һайлау комиссиялары ағзаларының, шулай уҡ эшкә йәлеп ителгән кешеләрҙең хеҙмәтенә түләү, бюджет иҫәбен һәм отчетлылығын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова аҡсаны биләмәләргә бүлеү, махсус һайлау иҫәбе асыу, финанс отчеттарын тапшырыу йәһәтенән асыҡлыҡ индерҙе.
Семинарҙа ҡатнашыусылар менән комиссия етәкселеге араһында йәнле аралашыу булды. Хәйҙәр Вәлиев, Наилә Алтынова, Марина Долматова һайлауға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.


Вернуться назад