Техас губернаторы беҙгә килмәксе26.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов АҠШ-та Техас штаты губернаторы Рик Перри менән осрашыу үткәрҙе.

Унда төбәк-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде. Һөйләшеүҙәрҙә Техас менән Башҡортостан иҡтисадының аграр һәм нефть химияһы йәһәтенән оҡшашлығы билдәләнде. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе әҙерләргә ҡарар ителде. Техас губернаторы Башҡортостанға килергә теләк белдерҙе.


Вернуться назад