Милекселәр иғәнә түләргә бурыслы24.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте ваҡытында капиталь төҙөкләндереүҙе тәьмин итеү өсөн коммерцияға ҡарамаған махсус ойошма төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Ойошманы Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары төҙөйәсәк. Финанслау республика ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Күптән түгел ҡануниәт менән торлаҡ милекселәренә ай һайын капиталь ремонтҡа иғәнә түләү бурысы йөкмәтелде. Дөйөм йыйылышта улар капиталь төҙөкләндереү фондын тулыландырыу алымын һайларға тейеш ине. Аҡсаны шәхси иҫәпкә йыйырға йәки иғәнәне төбәк операторы иҫәбенә күсереүҙе күҙаллаған капиталь ремонттың үҙәкләштерелгән системаһына инергә мөмкин.
Төбәк операторы Рәсәй субъекты тарафынан ниндәй ҙә булһа ойошма рәүешендә төҙөлә. Әйтергә кәрәк, уның иҫәбенә күсерелгән аҡса капиталь ремонтҡа ғына тотонола ала. Иғәнәнең күләмен республика Хөкүмәте федераль методика нигеҙендә раҫлай. Яҡынса иҫәп-хисап буйынса, ул торлаҡтың бер квадрат метрына айына 5 һум тәшкил итәсәк. Авария хәлендәге, һүтелергә йәки реконструкцияланырға тейешле йорттарҙың милекселәре иғәнә түләүҙән азат ителә.


Вернуться назад