Хеҙмәттәшлек юлдары ҡарала24.07.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Америка Ҡушма Штаттарына килде.

Делегация составына Хөкүмәт, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, финанс һәм сәнәғәт ойошмалары етәкселәре инде. Сәфәрҙең тәүге көнөндә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Хьюстон ҡалаһындағы Генераль консулы Александр Захаров, АҠШ-тағы Рәсәй-Америка Сауҙа палатаһы вәкилдәре менән осрашты.
Техас штатындағы Хьюстон ҡалаһында эшлекле даирәләр вәкилдәре менән бизнес-конференция ойошторолдо. Рөстәм Хәмитов уларҙы Башҡортостан менән таныштырҙы, төбәктең иҡтисади мөмкинлектәре хаҡында һөйләне, Америка эшҡыуарҙарының Башҡортостанға килгән инвесторҙар өсөн һалым льготалары, башҡа өҫтөнлөктәр тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.
Ошо уҡ көндә Техастың административ баш ҡалаһы Остинда һөйләшеүҙәр үтте, Ауыл хужалығы, шулай уҡ Транспорт департаменттарында, Тимер юл комиссияһы офисында осрашыуҙар ойошторолдо. Уларҙа ике яҡлы хеҙмәттәшлек, алдынғы технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлектәре ҡаралды.


Вернуться назад