Мәсьәләләр һөҙөмтәлерәк хәл ителһен24.07.2013
l “Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 700-сө Закон 257-се Федераль законға бәйле ҡабул ителде.
Закон республика спорт федерациялары эшмәкәрлегенең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын, дәүләт аккредитацияһы тәртибен аныҡлау, шулай уҡ тейешле спорт төрҙәрен үҫтереү, йыйылма спорт командаларын әҙерләү, уларҙың юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе өсөн яуаплылыҡ йәһәтенән яңылыҡтарҙы үҙ эсенә ала.
Үҙгәрештәргә ярашлы, республика спорт федерацияларындағы дәүләт аккредитацияһының ғәмәлдә булыу ваҡыты иң күбе дүрт йыл тәшкил итә. Яңы Закон республикалағы спорт федерациялары тарафынан йыйылма командалар ойоштороуҙы күҙаллай.

l “Башҡортостан Республикаһының Инвестиция фонды тураһында”ғы 701-се республика Законы 2012 йылдың 3 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһының Бюджет кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 244-се Федераль закон ҡабул ителеүгә бәйле эшләнде.
Рәсәй Хөкүмәтенең 880-се ҡарарына ярашлы, субъектта төбәк инвестиция фондының булыуы илдең Инвестиция фондынан төбәк бюджетына субсидия биреү шарттарының береһен тәшкил итә. Яңы Закон менән республикалағы Инвестиция фонды төшөнсәһе һәм уның тәғәйенләнеше, Башҡортостан ҡатнашлығында дәүләт-шәхси партнерлығы принциптары нигеҙендә ғәмәлгә ашырылған инвестиция проекттарына фондтың бюджет ассигнованиеларын биреү алымдары билдәләнә.

l “2012 йылға Башҡортостан Республикаһындағы Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджетының үтәлеше тураһында”ғы 702-се Башҡортостан Республикаһы Законы Рәсәй Бюджет кодексы, “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында”ғы Федераль закон һәм “Башҡортостан Республикаһында бюджет процесы тураһында”ғы Башҡортостан Законы ҡағиҙәләрен тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡабул ителде.
Бюджет кодексының 149-сы статьяһында ил төбәгендәге дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органына бюджеттан тыш территориаль дәүләт фонды тарафынан финанс йылына бюджеттың үтәлеше тураһында отчет биреү тәртибе асыҡлана.
Яңы Закон Башҡортостандың сығым йөкләмәләренең үтәлешен һәм республикалағы дәүләт власы органдарына мотлаҡ медицина страховкаһы өлкәһендә бирелгән вәкәләттәрҙең тормошҡа ашырылыуын раҫлау мөмкинлеген бирәсәк.

l “2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы 703-сө Башҡортостан Законы республика бюджетының былтыр сығымдар һәм килемдәр буйынса үтәлеше тураһындағы отчетты раҫлай.

l “Төп дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларын финанслау нормативтары тураһында”ғы 704-се Башҡортостан Республикаһы Законы рәсми баҫылып сыҡты.
2012 йылдың 28 февралендәге 10-сы Федераль закон менән дәүләт аккредитацияһына эйә булған дәүләткә ҡарамаған дөйөм белем биреү учреждениеларында граждандар тарафынан белем алыу финанс йәһәттән, барлыҡ сығымдарҙы иҫәпкә алып, төп дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле күләмдә тәьмин ителә. Шул уҡ ваҡытта 2008 йылдың 28 февралендәге 541-се Башҡортостан Республикаһы Законы менән дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларын финанслау нормативтарын билдәләү методикаһы аныҡланды. Әлеге Закон нормативтарҙы билдәләүҙең айырым методикаларын ғәмәлгә индерә.

l “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 13.11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 705-се республика Законы муниципаль һәм муниципаль-ара ташыуҙарҙы ғәмәлгә ашырғанда яуаплылыҡты арттырыуға йүнәлтелә.
Кодекстың ошо өлөшөндәге үҙгәрештәр урындағы үҙидара органына халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу өлкәһендәге бурыстарҙы тулыраҡ башҡарыу, уларҙы һөҙөмтәлерәк хәл итеү, ғәйеплеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмөкинлеген бирәсәк.

l 2013 йылдың 3 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 706-сы Башҡортостан Законы 2012 йылдың 3 декабрендәге “Тотош Рәсәй Федерацияһы буйынса ҡулланыу кәрзине тураһында”ғы 227-се Федераль законға бәйле.
Закон кешенең сәләмәтлеген һаҡлау һәм йәшәйешен тәьмин итеү өсөн тормошсан мөһим ҡулланыу кәрзине төшөнсәһен асыҡлай. Был аҙыҡ-түлекте, башҡа тауарҙарҙы, шулай уҡ хеҙмәттәрҙе күҙ уңында тотҡан норматив-статистика алымы нигеҙендә йәшәү минимумын билдәләү мөмкинлеген бирә.

l “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында”ғы 707-се Башҡортостан Республикаһы Законы федераль ҡануниәттәге хоҡуҡи яңылыҡтарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
Документ республика дәүләт власы органдарының ошо өлкәләге вәкәләттәрен билдәләй, был органдар менән тәмәке ойошмалары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында, төрлө кампаниялар, “ҡыҙыу элемтә”ләр үткәреү юлы менән тәмәкенең зарары тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү бурысын ҡуя. Яңы Законда тәмәке ҡулланыуҙы кәметеү буйынса сараларға мониторинг үткәреүҙә, был сараларҙың һөҙөмтәлелегенә баһа биреүҙә дәүләт власы органдарының ҡатнашыуы ҡарала.

l “Башҡортостан Республикаһында ҡан һәм уның компоненттары донорлығы тураһында”ғы 708-се Башҡортостан Республикаһы Законы федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле ҡабул ителде.
Закон ҡан һәм уның компоненттары донорлығы өлкәһендә барлыҡҡа килгән айырым мөнәсәбәттәрҙе, “Рәсәйҙең почетлы доноры” билдәһе менән бүләкләнгән кешеләргә йыл һайын аҡса түләү буйынса Рәсәй Федерацияһы тарафынан Башҡортостандағы дәүләт власы органдарына тапшырылған вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыуҙы көйләй. Республика дәүләт власы органдарының ошо өлкәләге вәкәләттәренә медицина, мәғариф һәм ғилми ойошмаларҙа донор ҡанын һәм (йәки) уның компоненттарын әҙерләүҙе, һаҡлауҙы, ташыуҙы ойоштороу, уның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, Башҡортостан биләмәһендә ҡан донорлығын ойоштороу, танытыу һәм үҫтереү буйынса саралар үткәреү, тейешле башҡарма власть органдары ҡарамағына ингән һәм ошо өлкәләге эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ойошмаларҙы финанс тәьмин итеү, бушлай ҡан йәки уның компоненттарын тапшырған донорҙың туҡланыу рационын билдәләү, Башҡортостан Республикаһында ҡан хеҙмәтен үҫтереүҙең республика программаларын раҫлау һәм тормошҡа ашырыу инә.


Вернуться назад