Үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды23.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Schwesinger International & Cie консалтинг компанияһы (Германия) етәксеһе Хартмут Швезингер менән осрашыуында республикаға сит ил инвестицияһын һәм заманса технологияларын йәлеп итеү, шулай уҡ ГФР-ҙа Башҡортостан мәнфәғәттәрен сағылдырыу хаҡында һүҙ барҙы. Республика башлығының матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан үҫеш стратегияларына, ҙур проекттарҙы ҡаҙна аҡсаһына ғына түгел, ә махсус инвестиция фондтары булдырыу иҫәбенә лә финанслау механизмына мохтаж, тине. Президент әйтеүенсә, төбәктә химияны һәм нефть химияһын үҫтереү, ауыл хужалығында сеймалды тәрән эшкәртеү технологияһын ғәмәлгә индереү мөһим.
— Белеүемсә, һеҙҙең компания сит ил инвестициялары, эшҡыуарлыҡты үҫтереү менән шөғөлләнә, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтә, Европала һәм Көнсығыш илдәрендә саралар ойоштора, — тине Рөстәм Хәмитов. — Мин берлектәге эш йүнәлештәрен ҡарарға тәҡдим итәм.
Хартмут Швезингер Башҡортостанда күргәндәренең сит илдә республиканың танылыу дәрәжәһенә тап килмәүен билдәләне.
— Эште башлар алдынан хеҙмәттәшлек, үҫеш мөмкинлектәрен ҡарарға кәрәк, — тине ул. Республика өсөн файҙалы үҫеш моделдәренә килгәндә, Швезингер әфәнде әйтеүенсә, заманса иҡтисади структуралар аҡсаны күпләп сарыф итмәйенсә һөҙөмтәле предприятиелар ойоштороу мөмкинлеге бирә. Улар конкуренция һәләтенә эйә, иҡтисади тормошта әүҙем ҡатнаша. Миҫал сифатында ул Германия тәжрибәһен билдәләне. Унда кешеләр үҙҙәренең предприятиеһын юғары технологиялар һәм программа тәьминәте өлкәһендә асырға тырыша.
Осрашыуҙан һуң Хартмут Швезингер журналистар менән аралашты. Уның әйтеүенсә, төп бурыс — Германияла ҡарар ҡабул итергә тейешле кешеләрҙә, мультипликаторҙарҙа Башҡортостандың ыңғай образын тыуҙырыу.
— Минеңсә, был эшкә Германия ғына түгел, башҡа илдәр ҙә ҡушылыр, — тине компания етәксеһе.


Вернуться назад