Көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде24.12.2011
Алһыу ДАУЫТОВА, кесе ғилми хеҙмәткәр:
— Президенттың төбәктәргә власть вәкәләттәренең байтаҡ өлөшөн тапшырыу, бюджет сәйәсәтен үҙгәртеү тураһында фекерҙәре ваҡытлы һәм ғәҙел, тип иҫәпләйем. Дәүләт башлығы идараны саманан тыш үҙәкләштереүгә юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы, был да дөрөҫ. Башҡортостан — үҙ-үҙен тәьмин итә алған төбәк, байлығыбыҙҙы урындағы халыҡ мәнфәғәтендә киңерәк файҙалана алһаҡ, яҡшы булыр ине.
Зәйнәп САБИРОВА, уҡытыусы, Ауырғазы районы:
— Мөрәжәғәтнамәлә, һәр ваҡыттағыса, халыҡтың тормошон яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотҡан саралар тураһында һүҙ барҙы. Беҙгә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, Дмитрий Медведевтың эш хаҡын күтәреү, белем биреүҙе үҫтереү, балалар баҡсаларын арттырыу, торлаҡ менән тәьмин итеүҙә уңайлыраҡ ысулдар табыу кеүек бурыстарҙы билдәләүе айырыуса оҡшаны.