Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән Ырымбур өлкәһенең Закондар Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты бынан һуң үҙ-ара хеҙмәттәшлек итәсәк. Ошо хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Күршеләр осрашыуы алдынан улар менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әңгәмәләште.
— Мөнәсәбәттәрҙе төрлөсә ҡорорға була: кемдер аралаша, кемдер команда менән идара итә. Кәңәшләшеп уртаҡ фекергә килеү — иң яҡшыһы, әлбиттә. Йәштәрҙең ошо тәжрибәне үҙләштерә башлауы шатландыра, — тине Константин Толкачев. — Мин беҙҙең Йәштәр палатаһының бөтә башланғыстарын да хуплайым. Ике төбәктең йәштәре туплаған тәжрибә файҙаға ғына буласаҡ, тип иҫәпләйем.
Ырымбур өлкәһенең Йәштәр парламенты рәйесе Александр Беляк уларҙың былтыр ғына барлыҡҡа килеүе, шуға күрә Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнеү ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуы хаҡында бәйән итте.
— Сентябрҙә һеҙҙең парламентҡа депутаттар һайлау буласағын беләбеҙ. Минеңсә, был — йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү, уңышҡа өлгәшеү өсөн ҙур һынау. Һайлау кампанияһы барышында алынған тәжрибә артабанғы эштә бик кәрәк, — тине ул.
Республика Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.