Үҙ башлығын халыҡ үҙе һайларға тейеш24.12.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Федерация субъекттары етәкселәрен төбәк халҡы тарафынан туранан-тура һайлауға күсеү зарурлығы хаҡында әйтелгән тәҡдимен хуплай.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рөстәм Хәмитов “кешеләр өсөн эшләү — властың бурысы, шуға күрә халыҡ ошо эште ышанып тапшырырлыҡ кешене үҙе һайларға тейеш” тигән фекерҙә.
“Рәсәй Федерацияһы Президентының төбәк етәкселәрен туранан-тура һайлау тураһындағы башланғысын хуплайым, был — эш биреүсе менән хеҙмәткәр араһындағы ғәҙәти мөнәсәбәт. Тәүгеһе бер нисә дәғүәсе араһынан иң һәләтлеһен һайлап, эшкә яллай”, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
“Әүҙем граждандарҙың барыһына ла сәйәси тормошта ҡатнашыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәрен төбәк халҡының туранан-тура тауыш биреүе ярҙамында һайлауға күсеү мөһим тип иҫәпләйем”, — тине Дмитрий Медведев.
Рәсәй Федерацияһы Президенты билдәләүенсә, вәкәләттәрҙе төбәктәргә этаплап тапшырыу күҙаллана. Был эш киләһе сәйәси циклға ярашлы бер нисә йыл дауам итәсәк.
Бынан тыш, төбәктәр һәм муниципалитеттар федераль кимәлдән бүленгән бюджет ресурстарын файҙаланыу йәһәтенән киңерәк хоҡуҡтар аласаҡ. “Урындарҙа үҙаллы эш алып барыуға ҡамасаулаған артыҡ регламенттар юҡҡа сығарыласаҡ”, — тип белдерҙе ил Президенты.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад