Өҫтөнлөктәр күрһәтелде19.07.2013
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Германияның Petersen, Waldheim & Cie шәхси консультация һәм финанс компанияһының ойоштороусыһы Герхард Вальдхайм менән осрашыу үткәрҙе. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа ГФР-ҙың эшҡыуарлыҡ даирәләре менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу мөмкинлеге тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, оҙаҡ йылдар дауамында нефть, нефть эшкәртеү, нефть химияһы республиканың төп байлығын тәшкил итә. Иҡтисадтың тағы ла бер ҙур секторы — ул машиналар эшләү. Республика нефть сығарыу өсөн ҡорамалдар етештереп кенә ҡалмай, бында авиация двигателдәре эшләү буйынса ҙур завод урынлашҡан. Төбәктә “Камов” вертолеттары сығарыла. Ҙур станоктар, автобустар, бетон ташығыстар заводы, ҡорамалдар етештереү предприятиелары бар.
Республика башлығы айырым туҡталған тағы ла бер өлкә — ул ауыл хужалығы.
— Беҙҙә халыҡтың 40 проценты самаһы ауыл ерендә йәшәй. Республикабыҙ Рәсәйҙә иң ҙур аграр төбәктәрҙең тәүге бишәүһе иҫәбенә инә. Башҡортостанда иген, ит һәм һөт күпләп етештерелә, аҙыҡ-түлек менән республика үҙен тулыһынса тәьмин итә. Әлбиттә, урман сәнәғәтен айырып әйтергә кәрәк, сөнки төбәк территорияһының ҙур өлөшөн урман биләй. Әле беҙ ағас эшкәртеү предприятиеһын ойоштороу буйынса “Кроношпан” компанияһы менән проектты тормошҡа ашырырға әҙерләнәбеҙ, — тине Президент.
Төбәк етәксеһе ҡунаҡты шулай уҡ республиканың мәғариф, социаль, мәҙәниәт өлкәһендәге мөмкинлектәре һәм ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.
Журналистар менән аралашыу барышында Герхард Вальдхайм әйтеүенсә, Рөстәм Хәмитов менән һөйләшеүҙә сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү өсөн республикалағы аныҡ өҫтөнлөктәр билдәләнгән.