“Ер алдыҡ, төҙөлөшкә тотонабыҙ”19.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда автомобиль концернының Нефтекама һәм Туймазы ҡалаларындағы бүлендек предприятиеларын үҫтереү мөмкинлеге ҡаралды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Осрашыуҙан һуң Сергей Когогин журналистар менән әңгәмәләште. Уның әйтеүенсә, Туймазы бетон ташығыстар заводы йылдам үҫеш кисерә, бер йыл эсендә 1 700 самаһы бетон бутағыс һатыласаҡ тип күҙаллана. “НефАЗ” йәмғиәте лә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. “Быйыл “Бравис” автобусы буйынса ыңғай күрһәткестәргә өмөт итәбеҙ, — тине “КамАЗ” башлығы. — Йылдың тәүге яртыһында 31 берәмек техника һатылһа, икенсеһендә 200-ҙө һатасаҡбыҙ. Был — беҙҙең программа”. Сергей Когогиндың фекеренсә, 2020 йылда Нефтекама заводының табышы 20 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
Республика Президенты менән осрашыуҙа компанияның Өфөлә сервис үҙәге төҙөү ниәте тикшерелде. “Әле беҙ ер алдыҡ, тиҙҙән төҙөлөшкә тотонасаҡбыҙ”, — тине С. Когогин.


Вернуться назад