2014 — Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы19.07.2013
18 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылды республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ил Президентының “Рәсәй Федерацияһында Мәҙәниәт йылын үткәреү тураһында”ғы Указына ярашлы, шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, уларҙың ижтимағи әһәмиәтен арттырыу маҡсатында ҡул ҡуйылды.
Указға ярашлы, республиканың Мәҙәниәт министрлығына Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса саралар планын һәм ойоштороу комитеты составын Башҡортостан Хөкүмәте раҫлауына индерергә ҡушылды. Ошондай уҡ ойоштороу комитеттарын шулай уҡ ҡала һәм район хакимиәттәрендә төҙөргә, йәмәғәт берекмәләренә йәмғиәттә мәҙәни мөхитте үҫтереү эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә тәҡдим ителде.


Вернуться назад