Юлдар һуғыш яланы түгел дә бит...16.07.2013
Башҡортостанда йыл һайын 700-ләп кеше һәләк була, 6,5 меңдән ашыуы тән йәрәхәттәре ала. Һандар, әйтерһең, һуғыш яланынан алынған. Ә һүҙ ни бары юл һәләкәттәре, авариялар тураһында бара. Республика юлдарында һәләк булыусылар былтыр уртаса Рәсәй күрһәткесенән 30 процентҡа ашыуыраҡ булған. Ҡот осҡос һандар!

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо ҙур проблемаға арнап хоҡуҡ тәртибен булдырыу буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһенең ултырышын үткәрҙе.
— Һәләк булыусыларҙың яртыһынан күбеһе 26 — 60 йәштәге кешеләр. Хәл республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла хөрт. Ә иң ҡурҡынысы — Салауат, Благовещен, Бәләбәй ҡалаларында, Йәрмәкәй, Краснокама Өфө райондарында, — тине Рөстәм Зәки улы. — Һәр ошо һан артында кеше ғүмере, ғаилә фажиғәһе ята. Автомобиль аварияһында вафат булғандарҙы көн һайын күмәбеҙ. Юлда ысын мәғәнәһендә һуғыш бара!
Ә иң үкенеслеһе — бер ғәйепһеҙҙәр, бәләкәй балалар үлә. Кешене юлды ҡулайлаштырылмаған ерҙә йүгереп үткән саҡта ғына түгел, ә йәйәүлеләр үткәүелендә лә, тротуар һәм автобус туҡталыштарына ла менеп тапайҙар. Күп водителдәр хатта ихата эсендә лә ендәй ҡыуа. Үҫмерҙәр башына шлем да кеймәй скутер-мопедтарҙа елдерә.
Республикала автомобилдәр һаны арта. Йылына кәм тигәндә 35-40 мең яңы машина өҫтәлә. Юл-транспорт фажиғәләренең сәбәптәре күп: юлдарҙың төҙөк булмауы, машиналарҙың күплеге, руль артындағы эскеселәр, тиҙлекте арттырыусылар, юлды теләһә ҡайҙан йүгереп үтеүсе йәйәүлеләр һәм башҡалар.
Был проблема төрлө яҡлап хәл итеүҙе талап итә. Бының менән Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы яңғыҙы ғына шөғөлләнергә тейеш түгел. Дөйөм эшкә барыһының да ҡушылыуы фарыз.
Рөстәм Хәмитов айырыуса балаларҙы һаҡларға һәм бәләкәйҙән хәүефһеҙлеккә өйрәтергә ҡушты. Һәр мәктәп янында хәүефһеҙ зона булдырырға, тейешле юл билдәләре ҡуйырға, юлға “полицейский”ҙар һалырға кәрәк. Һәр балаға яҡтылыҡ сағылдырыусы кейем йә билдә алыу ҙа зыян итмәҫ ине. Бындай кейем йыраҡтан күренеп торасаҡ.
Проблемаларҙы хәл итеү өсөн быйыл йыл башында республика Хөкүмәте 2015 йылға тиклем “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” маҡсатлы программаһын раҫланы. Унда ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллиард 166 миллион һум аҡса ҡаралған. Әҙ сумма түгел, ләкин ул һөҙөмтәле файҙаланылырға һәм, иң мөһиме, тәьҫирле булырға тейеш.


Вернуться назад