“Смарт Парк” әүҙемләшә13.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге “Смарт Парк” офистарының эше менән танышты.

Уларҙың береһе баш ҡала үҙәгендәге административ бинаның цоколь ҡатында, икенсеһе 8 Март урамындағы өс бүлмәле ябай фатирҙа урынлашҡан. Бында бер нисә компания инновация идеяларын тормошҡа ашыра.
Иң элек төбәк етәксеһе “Смарт Арт” ижади инкубаторында булды. Проект ваҡиғалар һәм белем биреү майҙансыҡтарын, аудио-видео студияһын үҙ эсенә ала.
— Беҙ фильмдар, клиптар төшөрәбеҙ, йыр яҙабыҙ, саралар өсөн концепция төҙөйбөҙ, ҡыҫҡаһы, ижади эшмәкәрлеккә бәйле хеҙмәт күрһәтәбеҙ, — тине Президент менән әңгәмәлә проекттың авторы Артем Аитов.
Рөстәм Хәмитов был башланғысты хупланы. Герман Титов уға “Ауылым” тип аталған проекттарҙың береһен тәҡдим итте. Коммуникация порталы Башҡортостандағы ауыл, ҡалалар менән таныштыра, электрон йәрминкә үткәрә, яңылыҡтар таҫмаһын тәьмин итә. Сайт интерактив аралашыу мөмкинлеген дә бирә. Герман Титовтың фекеренсә, уның проекты ҡала менән ауыл араһында “күпер” һаласаҡ.
— Өфөнән сыҡмайынса ауыл өсөн яҡшы проект эшләп булмай. Райондарҙағы хакимиәт башлыҡтары менән бәйләнешкә инергә кәрәк. Был урындарҙан, халыҡтан объектив мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президентын шулай уҡ “Тотош 360 градусҡа” тип аталған яңы проект менән таныштырҙылар. Дүрт кешенән торған төркөм 3D форматында турҙар ойоштора. Өйөңдән сыҡмайынса планетарийҙы, мауыҡтырғыс фәндәр музейын ҡарарға мөмкин.


Вернуться назад