Был аквапарк Өфөнөң күрке буласаҡ13.07.2013
11 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге ҙур төҙөлөш объекттарын барып ҡараны. Төбәк етәксеһе “Әсә һәм бала” перинаталь үҙәгендә, аквапаркта, позитрон-эмиссия һәм компьютер томографияһы диагностика үҙәгендә, “Дан бульвары” туҡталышы янындағы юл аҫты үткәүеле, Черниковкалағы яңы торлаҡ комплексында һәм 13-сө дауахананың поликлиникаһында булды, яңыртылған трамвай юлдарын ҡараны.

“Әсә һәм бала” перинаталь үҙәген 2015 йылдың башында сафҡа индермәкселәр. 95 урынға иҫәпләнгән стационарҙа иң заманса технологиялары файҙаланыласаҡ. Бында диагностика, дауалау һәм реабилитация ҡорамалдары ҡулланыласаҡ. Буласаҡ әсә һәм баланың һаулығын төрлө яҡлап һаҡлау мөмкинлеге ҡаралған.
Үҙәк шәхси-дәүләт партнерлыҡ нигеҙендә һалына: Өфө ҡалаһы хакимиәте бушлай ер бирһә, “Әсә һәм бала” компаниялар төркөмө төҙөлөш материалдары һәм ҡорамалдар менән тәьмин итә. Инвестиция күләме — 3,5 миллиард һум, бөгөнгә уның 700 миллион һумы тотонолған.
Артабан Рөстәм Зәки улы 12 мең квадрат метр майҙанлыҡ аквапарк төҙөлөшөн ҡараны. Эш быйыл октябрҙә тамамланыр тип көтөлә. Әле күңел асыу комплексының эсендә биҙәү эштәре башланған. Аквапарк көнөнә мең ярым самаһы кеше ҡабул итәсәк.
— Был объекттың төҙөлөшөндә беҙ баштан уҡ әүҙем ҡатнаштыҡ. Аквапарк беҙгә бик кәрәк, ул ҡаланың күрке булыр, тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.
Тағы бер медицина объекты — позитрон-эмиссия һәм компьютер томографияһы диагностика үҙәге илдә беренселәрҙән булып Башҡортостанда барлыҡҡа киләсәк. Бөгөн бында төп ҡорамалдар ҡуйылған, пациенттарҙы быйыл уҡ ҡабул итә башлаясаҡтар.
Октябрь проспектында “Дан бульвары” туҡталышы янындағы ер аҫты үткәүелен быйыл 10 сентябрҙә файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Президентҡа әйтеүҙәренсә, төҙөлөш ваҡытында инженер селтәрҙәре менән ауырлыҡтар килеп тыуған — газ үткәргесенең йүнәлешен үҙгәртергә тура килгән.
Рөстәм Зәки улы Тыныслыҡ, Ҡулса, Лев Толстой һәм Максим Горький урамдары араһында төҙөлгән яңы торлаҡ комплексында булды.13-сө дауахананың яңы поликлиникаһын ҡарағанда Рөстәм Хәмитов ҡала мэрына Өфөнөң һәр районында ошоноң кеүек поликлиника төҙөргә ҡушты. Әлегеһе иһә бөтә кәрәкле кабинеттар, ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Баш ҡаланың төҙөлөш объекттары буйлап эш сәфәре һуңында Президент Йәштәр һарайы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында трамвай юлы реконструкцияһы барышын ҡараны. Яңы технология трамвай тауышын кәметәсәк, ә уны үтеүсе машиналарға тиҙлеген кәметергә кәрәкмәй.


Вернуться назад