Шри-Ланка мәҙәниәтен танытасаҡтар13.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Шри-Ланка Демократик Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Удаянга Виратунга менән осрашты.

Делегацияға Илселектең беренсе секретары Тамара Нанаяккара һәм икенсе секретары Нуван Ратнаяке инде. Башҡортостан яғынан осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Сергей Кольцов ҡатнашты. Сара Рәсәйҙәге Шри-Ланка көндәренә ярашлы уҙғарылды.
Илсе әйтеүенсә, Өфөгә килгән делегация составында 60-тан ашыу кеше иҫәпләнә. Ҡунаҡтарҙың бер өлөшө утрауҙың мәҙәни ҡеүәтен сағылдыра. 13 июлдә улар республикала Шри-Ланка мәҙәниәтен танытыу маҡсатында баш ҡала парктарының береһендә сығыш яһарға ниәтләй.
Осрашыуҙа төрлө өлкәләрҙә артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен өйрәнеү маҡсатында ике төбәктең делегациялары менән алмашыу хаҡындағы килешеүгә өлгәшелде.


Вернуться назад