Делегациябыҙ — Рәсәй халыҡтары конгресында12.07.2013
Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының 15 йыллығына арнап ХIII "Халыҡтар дуҫлығы — Рәсәйҙең берҙәмлеге" конгресы, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһының VI съезы уҙғарылды.
Форум эшендә Рәсәй Президенты Хакимиәте, Төбәктәр үҫеше министрлығы, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, ил төбәктәренән делегаттар, күренекле ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Башҡортостандан сараға Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Әхәт Мостафин, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев, республика Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов барҙы.
Делегация вәкилдәре Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Рамазан Абдулатиповҡа төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Үҙенең ҡотлауында Башҡортостан Президенты: "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы — илебеҙҙәге иң абруйлы йәмәғәт ойошмаларының береһе. "Күп йылдар дауамында ул илебеҙҙәге ижади көстәрҙе туплауға, милләт-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалыуға һәм нығытыуға әүҙем булышлыҡ итә. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы дәүләт власы органдары менән этник төркөмдәр араһында уңышлы хеҙмәттәшлекте тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә", — тип билдәләгән.
Башҡортостан вәкилдәренең фекеренсә, форум Рәсәйҙә дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашыра башлау йәһәтенән етди аҙым булды.