Ҡоролоҡ ҡына бәкәлгә һуҡмаһа...12.07.2013
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев быйылғы ураҡҡа арнап видеокәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— Дөйөм алғанда, хәл хөрт түгел. Уңыш былтырғы менән сағыштырғанда күберәк, уны йыйыу буйынса ла күрһәткестәр үткән йылдағыға ҡарағанда яҡшыраҡ, — тине Дмитрий Медведев. — Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Илдең Европа өлөшөндә ғәҙәттән тыш эҫелек башланды, 13 төбәк зыян күрҙе. Бының уңышҡа насар тәьҫир итеүе ихтимал.
Дмитрий Анатольевич төбәктәрҙе ауыл хужалығы культураларын әүҙемерәк страховкаларға саҡырҙы. Ҡоролоҡ ваҡытында был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк.
— Федераль ҡаҙнала игенде һәм мал аҙығын страховкалау өсөн 5 миллиард һум аҡса ҡаралған. Етәкселәрҙе был хаҡта белешергә һәм уны әүҙем файҙаланырға саҡырам, — тине ул.
Рөстәм Зәки улы Башҡортостан буйынса хәлде һөйләп бирҙе.
— Ай ярым самаһы ямғыр булманы. Ҡоролоҡ сәбәпле зыян күрелде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ярты миллион гектар самаһы ерҙә үҫемлектәр һәләк булды. Йыл башында 3 миллион тоннанан ашыу уңышҡа өмөт итә инек, бөгөн аңлауыбыҙса, 2-2,2 миллион тонна ғына буласаҡ, — тине ул.
Республика Президенты әйтеүенсә, ураҡҡа әҙерлек дәррәү бара. Яҡын арала ул тулы күләмдә башланасаҡ. Әле техника хәстәрләнә. Беҙҙә 3600 самаһы комбайн бар, өҫтәп тағы алына. Техника буйынса әҙерлек кимәле — 90 процент самаһы. Яғыулыҡҡа бәйле лә ауырлыҡтар юҡ. Йылдың тәүге яртыһында аграрийҙарға 3,2 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән, шуның 2 миллиарды — федераль бюджеттан, ҡалғаны — республика ҡаҙнаһынан.