Аноним хатҡа яуап юҡ10.07.2013
Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль закондың 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль законға ҡул ҡуйҙы.

Закон ҡабатлап ебәрелгән һәм аноним мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тәртибенә бәйле норманы камиллаштыра. Бынан ары адресын йәки яҙған кешенең исем-шәрифен күрһәтмәйенсә ебәрелгән мөрәжәғәттәр аноним тип таныла. Ундай хаттарға яуап бирелмәй, сөнки ике осраҡта ла, мәғлүмәт булмау сәбәпле, яуапты адресатҡа еткереү мөмкинлеге юҡ.
Бынан тыш, бер нисә тапҡыр ебәрелгән һәм яңы хәл-шарттарҙы үҙ эсенә алмаған мөрәжәғәттәргә вазифалы кешеләр, ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, ҡабатлап яуап ҡайтармаҫҡа хоҡуҡлы.
Федераль закондағы яңылыҡтар менән Рәсәй Президенты сайтында танышырға мөмкин.


Вернуться назад