Көҙгө сессия тамам23.12.2011
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 46-сы ултырышында республика бюджетына дүртенсе тапҡыр үҙгәреш индерелде. Ул ҡаҙнаға килемдәр инеүе планын арттырыу, федераль бюджеттан 2 миллиард 740,4 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы күсеү кеүек сәбәптәргә бәйле.
Шулай уҡ Башҡортостандағы муниципаль вазифалар реестры хаҡында закон проекты ҡаралды, ул районда йәки ҡалала иҫәп палатаһы булдырыу мөмкинлеген бирә. Депутаттар фермер хужалыҡтарын үҫтереүгә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, туристик эшмәкәрлеккә һәм мәҙәни мираҫҡа ҡағылышлы илдең бүтән төбәк парламенттары индергән закон сығарыу башланғыстарын да хупланы. Такси тураһында ҡануниәт, ниһайәт, ҡабул ителде.
Ултырышта республика парламентының көҙгө сессиялағы эше һәм киләһе ярты йыллыҡҡа саралар планы тураһында мәғлүмәт бирелде. «Рәсәй патриоттары» партияһының урындағы лидеры Заһир Хәкимовтың туризмды үҫтереү буйынса тәҡдимдәре лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
М. ДАЯНОВ.


Вернуться назад