Тәүге йомғаҡ яһалды09.07.2013
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында “Хәүефһеҙ юлдар” федераль партия проектына ярашлы иғлан ителгән “Халыҡ күҙлегенән” республика конкурсына тәүге йомғаҡ яһалды.

Интернет аша баһалау һөҙөмтәһе буйынса Өфөнән Ренат Нурешев ебәргән видео иң күп тауыш йыйған. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов уға бәйгенең арауыҡтағы этабында еңеүсе дипломын тапшырҙы. Юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән барлыҡ видеоматериалдар сара күреү өсөн ЮХХДИ-ҙың Башҡортостан идаралығына ебәреләсәк.
Әйткәндәй, 4 июндә башланған “Халыҡ күҙлегенән” республика конкурсының төп маҡсаты — юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу, балаларҙың юлда имгәнеүен иҫкәртеү, транспорт хужаларының һәм йәйәүлеләрҙең юлда йөрөү тәртибен боҙоуын булдырмау. Бәйгелә 18 йәштән өлкән һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн [email protected] электрон адресына, “Халыҡ күҙлегенән” тигән билдә ҡуйып, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен һанға һуҡмау осрағы теркәлгән видеояҙма ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ тәртип боҙоуҙың ваҡытын һәм урынын, үҙеңдең исем-шәрифеңде, бәйләнеш телефонын күрһәтеү шарт. Был материалдарҙың барыһы ла “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сайтындағы “Хәүефһеҙ юлдар” проекты рубрикаһында, шулай уҡ уның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге (vk.com) рәсми төркөмөндә урынлаштырыласаҡ.
Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге телефондар аша алырға мөмкин: (347) 226-78-30, 273-15-53.


Вернуться назад