Берләшһәң, эш барасаҡ09.07.2013
Шәмбе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре программаһына ярашлы, Ағиҙелдә булып, урындағы етештереү предприятиелары менән танышты, ҡаланы үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Рөстәм Зәки улы иң тәүҙә Ағиҙел йылға портына барҙы. Был объект йылға-диңгеҙ тибындағы караптарҙы ҡабул итә ала. Президент ҡоро йөк һәм ҡара нефть тауарҙары ҡойоу терминалдарын ҡараны. Юридик аңлашылмаусанлыҡ сәбәпле, портты файҙаланыу буйынса проблемалар ҙа бар икән. Атап әйткәндә, объекттың бер өлөшө — шәхси, икенсеһе — федераль милектә. Рөстәм Хәмитов портты үҫтереү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Артабан Президент силикат кирбесе етештереүсе “Джут-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Завод айына 6 миллион дана кирбес етештереү ҡеүәтенә эйә, әммә 20 проценттан да кәмерәккә өлгәшә. Сәбәбе — кирбескә ихтыяж аҙ. Бынан тыш, компания төҙөлөш, бина һәм ҡорамалдар проектлау менән дә шөғөлләнә икән. Предприятиеның үҙ проект-технология бюроһы, автомобилдәре, биш берәмек йылға транспорты һәм махсус техникаһы бар.
Завод СУР-75 һәм СУР-250 маркалы кирбес етештереп, республиканың төҙөлөш ойошмаларына һата, шулай уҡ үҙ тауарын эске ихтыяждары өсөн тотона. Кирбесте ябай транспорт менән генә түгел, йылға буйлап та ташыйҙар. Бында оҙаҡламай газ силикатлы кирбес тә етештерә башлаясаҡтар. Инвестиция проектының яҡынса хаҡы — 16 миллион доллар. Завод сафҡа инеү менән тағы 150 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
“Ағиҙел М” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов республикала мебель кластеры булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Компанияның төп проблемаһы — дәғүәселеккә һәләтһеҙлек. Улар баҙарҙа үҙҙәре генә көрәшә, яңғыҙ булғанлыҡтан тауарын үткәрә алмай. Ә күрше төбәктәрҙә, мәҫәлән, Удмурт Республикаһында мебель кластеры бар, ваҡ мебель ойошмаларының эше көйлө бара. Рөстәм Зәки улы беҙҙең республиканың мебель етештереүселәренә лә берләшергә тәҡдим итте.
Президент ҡаланың 146-сы һөнәрселек лицейында спорт секторын реконструкциялау барышы менән танышты. Бында уҡыусылар төҙөүсе һөнәренә уҡыталар. Киләсәктә лицейҙы энергетика колледжы менән берләштереп, Ағиҙелдә ҙур индустрия техникумы булдырырға уйлайҙар.


Вернуться назад