Һеҙҙең һорауҙарға юрист Таһир Мансуров яуап бирә05.07.2013
Ҡәҙерле дуҫтар! “Лига-М” компанияһы юрисы Таһир МАНСУРОВ һеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап биреүен дауам итә. Уға һорау@mail.ru электрон адресы буйынса мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә хат яҙып ебәрергә йәки 272-35-20 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.

Килешеүҙән башҡа әмәл юҡ


— Ирем менән ике йыл элек айырылыштыҡ. Фатирҙа ул дүрт йыл йәшәмәй инде. Торлаҡты үҙем һәм 20 йәшлек ҡыҙым исеменә хосусилаштырҙыҡ. Әйткәндәй, элекке ирем был эштә ҡатнашыуҙан баш тартты.
Әлеге мәлдә ул икенсе районда башҡа ҡатын менән йәшәй. Бер йыл элек прописканан төшөргә вәғәҙә биргәйне, шунан бирле килеп күренгәне лә юҡ. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн мин өс кеше иҫәбенә түләргә мәжбүрмен. Нисек итеп иремде үҙен ҡалаға саҡырмайынса ғына фатирҙағы теркәүҙән төшөрөргә була?

Рита. Нефтекама ҡалаһы.


— Һеҙҙең мәсьәлә ҡатмарлы ғына: хосусилаштырыуҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан кеше айырым статусҡа эйә — ул ғүмеренең ахырынаса ошо фатирҙы файҙалана ала. Хатта өйөгөҙҙө һатһағыҙ ҙа, элекке ирегеҙҙең яңы хужалар янына күсеп, бергә йәшәргә хоҡуғы бар. Судҡа уны фатирҙан сығартыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүҙең мәғәнәһе юҡ. Беҙҙә әлегәсә ундай суд практикаһы булдырылмаған. Берҙән-бер кәңәш: ирегеҙ менән матурлап һөйләшегеҙ ҙә прописканан төшөүен һорағыҙ. Һуңғы йылдарҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн уның исеменән түләгән аҡсаны ҡайтарыуын талап итеп, әле үк судҡа бирә алаһығыҙ. Бәлки, шунда элекке ирегеҙҙе тап итеп, һөйләшеү мөмкинлеге булыр.

Иҙәне-иҙән, ара боҙолмаһын


— Былтыр йылытыу системаһын эшкә ҡушыу ваҡытында һыу ағып китте, ошо сәбәпле 4-се һәм 5-се ҡаттарҙағы фатирҙар зыян күрҙе. Өҫтәрәк йәшәгән күршеләр менән шунда уҡ һөйләшеп аңлаштыҡ һәм ремонт өсөн аҡса бирҙек. Ә бына аҫтағы күрше менән килешеүҙә ауырлыҡ тыуҙы — ул ярҙамдан баш тартты. Һыуҙың линолеум аҫтына эләгеү ихтималлығы тураһында әйтеп, тикшерергә кәңәш иттек, тик күршебеҙ ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанды һәм көҙгә тиклем дачаһына сығып китте. Баҡсанан ҡайтҡандан һуң да мәсьәләне хәл итергә тырышып ҡараныҡ, әммә ул бөтөнләй һөйләшмәне. Ә ун ай ваҡыт үткәндән һуң, линолеум аҫтында иҙәне ҡабарған тип килде лә ремонт өсөн аҡса талап итә башланы. Беҙ бынан баш тарттыҡ, сөнки, әгәр ул ваҡытында тикшерһә, проблема тыумаҫ ине. Ул, судҡа биреп, үҙенең хаҡлылығын дәлилләргә йыйына. Кем хата яһаған был осраҡта?

Рушан. Ағиҙел ҡалаһы.


— Күршегеҙҙең иғтибарһыҙлығы һәм аралашырға теләмәүе сәбәпле, ул күргән зыян өсөн һеҙгә түләргә тура килер, ахырыһы. Әгәр ул судҡа мөрәжәғәт итеп, иҙәненең һеҙҙең фатирҙан аҡҡан һыу арҡаһында боҙолоуын дәлилләй алһа, башҡа әмәл ҡалмаясаҡ.


Вернуться назад