Хөкүмәт ярҙамына мохтажбыҙ05.07.2013
Хөкүмәт ярҙамына мохтажбыҙБашҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев килеп китте. Ул, баш ҡалаға һуғылып та тормай, тура Благовещенға юлланды. Сәфәр өсөн Өфөнөң янында ғына урынлашҡан был ҡала осраҡлы һайланмаған, әлбиттә. Дмитрий Анатольевич бындағы Пенсия фонды идаралығына инеп сыҡты, "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты һәм кәңәшмә уҙғарҙы.
Благовещен ҡалаһындағы Пенсия фонды бүлексәһендә Дмитрий Медведев менән бергә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та булды. Етәкселәргә заманса мәғлүмәт технологияларының нисек файҙаланылыуын күрһәттеләр. Хөкүмәт Рәйесе Фондҡа килгән клиенттың терминал аша идаралыҡҡа ҡабул итеүгә яҙылыуын ҡараны, универсаль электрон картаның ҡайһылайыраҡ ҡулланылыуын күрҙе. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, Мәскәү менән Башҡортостан был проектты ғәмәлгә индереү буйынса алдынғы төбәктәрҙән һанала.
Премьер-министрға шулай уҡ “Страховкалаусының шәхси кабинеты” пилот проектының үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр. Ойошмалар Пенсия фондының сайтында “шәхси кабинет” аса һәм түләү, отчет биреү тураһындағы бөтә мәғлүмәттәрҙе лә алыу мөмкинлегенә эйә була. Был программа Башҡортостанда эшләнгән, хәҙер башҡа төбәктәр ҙә беҙҙең тәжрибәне өйрәнеп, үҙҙәрендә ҡулланырға ниәтләй.
Рәсәй Хөкүмәте башлығына әсәлек капиталы буйынса формалаштырылған эштәр макетын күрһәттеләр. Бында бөтә мәғлүмәт тә бар — клиенттың мөрәжәғәт иткән көнөнән алып капиталды юллап, ниндәй маҡсатта файҙаланғанына тиклем. Мәғлүмәт берҙәм федераль реестрҙа һаҡлана. Рәсәйҙең Пенсия фонды башлығы Антон Дроздов әйтеүенсә, бөгөнгә ҡарата Башҡортостанда әсәлек капиталына 160 мең самаһы сертификат тапшырылған, уларҙың яртыһы файҙаланылған да инде.
Пенсия фондының Благовещен бүлексәһендә Дмитрий Медведев “пенсия калькуляторы” ярҙамында үҙенә хаҡлы ялға сыҡҡас күпме түләйәсәктәрен иҫәпләп ҡараны.
Премьер-министр эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы ла уҙғарҙы.
— Килеүемдең сәбәбе нефть химияһына һәм, дөйөм алғанда, илдең химия сәнәғәтенә бәйле. Был йәһәттән Башҡортостан — төп таянысыбыҙ. Бында етештереү күләме ҙур, әммә проблемалар ҙа юҡ түгел, — тине Дмитрий Анатольевич. — Иң мөһиме — экология. Һеҙ, предприятиелар милекселәренән етештереүҙе юғары экология стандарттарына ярашлы үҫтереүҙе, таҙартыу ҡоролмалары төҙөүҙе талап итеп, бик дөрөҫ эшләйһегеҙ.
Рөстәм Зәки улы ла был мәсьәләнең мөһимлеген һәм уға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
— Республикала нефть эшкәртеү, химия предприятиелары бына инде 60 йыл эшләй. Беҙҙең халыҡ әлеге мәсьәләләргә бик иғтибарлы, һәр яңы төҙөлөшкә һаҡлыҡ менән ҡарай. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — предприятие хужаларының экология хәүефһеҙлеге талаптарын тулыһынса үтәүе. Аҙаҡ ҡына яңы заводтар тураһында һүҙ алып барырға була, — тине ул.
Быларҙан тыш, Рөстәм Хәмитов беҙҙең нефть сығарыу һәм эшкәртеү, химия, нефть химияһы комплекстары тураһында һөйләне. Был производстволарларҙан килгән һалымдар республикалағы дөйөм кимәлдең 40 процент тәшкил итә.
Артабан сәфәр “Полиэф”та дауам итте. Дмитрий Медведевҡа предприятиеның етештереү майҙансыҡтарын, әҙер тауарҙарҙы күрһәттеләр, етештереүгә контроль системаһы менән таныштырҙылар. Бөгөн бында бер меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә.
“Полиэф”та терефталь кислотаһы һәм полиэтилентерефталат (ПЭТФ) етештерелә. Был матдәләр полимер ҡаптар, медицина препараттары эшләүҙә һәм көн-күреш химияһында ҡулланыла. Бөгөн терефталь кислотаһы сығырыу ҡеүәте — йылына 250 мең тонна тәшкил итә, ә полиэтилентерефталаттыҡы — 140 мең тонна. Әле тормошҡа ашырылған проектҡа ярашлы ПЭТФ етештереүҙе йылына 210 тоннаға тиклем еткерергә йыйыналар.
Дмитрий Медведев ошо уҡ заводта химия һәм нефть химияһы тармаҡтары үҫешенә арнап ил кимәлендә Хөкүмәт кәңәшмәһен уҙғарҙы. Уның эшендә федераль вице-премьер Аркадий Дворкович, илдең энергетика министры Александр Новак, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, күрше төбәктәр етәкселәре, илдең иң ҙур нефть химияһы һәм нефть-газ предприятиелары етәкселәре, башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
— Химия һәм нефть химияһы сәнәғәте — ил иҡтисадының мөһим тармағы. Бында етештерелгән тауар бөтә өлкәләрҙә лә әүҙем файҙаланыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан тармаҡта проблемалар етәрлек. Экспорт буйынса күрһәткестәр ҡәнәғәтләндермәй. Беҙ сеймал оҙатабыҙ ҙа, алмашҡа шунда эшләнгән әҙер тауарҙы һатып алабыҙ. Улай булырға тейеш түгел, — тине Дмитрий Медведев.
Ҡатмарлы хәлдең сәбәптәре билдәле: иҫкергән ғилми-техник база, Рәсәйҙәге машиналар эшләү тармағының дәғүәләшергә һәләтһеҙлеге, инфраструктураға бәйле ҡыйынлыҡтар. Хөкүмәт Премьер-министры проблеманы хәл итеүҙең юлдарын тәҡдим итте. Беренсенән, сағыштырмаса арзан сеймал етештерергә, эске баҙарҙы үҫтерергә кәрәк, икенсенән, ҙур, оҙайлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөһим. Бөгөн улар Себерҙә һәм Үҙәк Рәсәйҙә эшләй.
Рөстәм Зәки улы ла проблемаларҙы хәл итеү буйынса үҙ ҡарашын еткерҙе.
— Бынан ярты быуат самаһы элек Башҡортостанда барлыҡҡа килгән предприятиелар үҙ-ара хеҙмәттәшлек итте һәм берҙәм кластер булараҡ эшләне, — тине ул. — Ә бөгөн был бәйләнештәр күп урындан өҙөлгән. Нефть химияһы баҙарында ҡатнашыусылар төбәктең түгел, ә үҙҙәренең корпоратив мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Беҙҙең өсөн тармаҡтың үҫеүе мөһим. Яңы эш урындары, тотороҡло хеҙмәт хаҡы һәм ҡаҙнаға һалымдар кәрәк. Айырымланған шарттарҙа быны эшләүе ауыр. Көйләүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә алырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә мөрәжәғәт итеп, Башҡортостанда тармаҡтың мегакластерын булдырыу кәрәклеген дә әйтте. “Инфрастуртура өсөн күп сығым талап ителмәй. Пилот проекты булдырайыҡ та эшкә тотонорға кәрәк. Тик Рәсәй Хөкүмәте ярҙамынан тыш был эш килеп сыҡмаясаҡ, төбәктең бер үҙенең көсө етмәйәсәк,” — тине ул.

А. Заһиров фотоһы.


Вернуться назад