Мәсьәләләр хоҡуҡи йәһәттән көйләнә02.07.2013
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле үҙгәрештәр индерелде.
Закон тарих һәм мәҙәниәт өсөн айырым әһәмиәткә эйә булған тарихи биләмәләр исемлеген төҙөүҙе, республика әһәмиәтендәге тарихи территорияларҙың сиген билдәләүҙе, генераль план, ерҙән файҙаланыу, төҙөлөш алып барыу ҡағиҙәләре проекттарын яраштырыуҙы Башҡортостандағы дәүләт власы органы вәкәләттәре иҫәбенә индерә. Закондың яңы редакцияһында тарихи биләмәләр тураһындағы положениелар, уларҙа хужалыҡ һәм башҡа эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу тәртибе билдәләнә.
“Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында”ғы республика Законына үҙгәрештәр индерелде. Документтағы яңылыҡтар республика ҡануниәтенең айырым положениеларын 2011 йылдың 21 ноябрендәге “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль законға ярашлы хәлгә килтереүгә йүнәлтелә.
Яңы редакцияла “шәхси медицина эшмәкәрлеге”, “шәхси медицина эшмәкәрлеге субъекттары”, “медицина ярҙамы”, “медицина хеҙмәте”, “пациент” төшөнсәләренә аңлатма бирелә, шәхси медицина эшмәкәрлегенең принциптарын һәм бурыстарын, пациенттың хоҡуғын, шәхси медицина эшмәкәрлеге субъектының бурыстарын һәм хоҡуҡтарын билдәләгән айырым нормалар, түләүле медицина хеҙмәте күрһәтеүгә килешеү төҙөү шарттары сағылыш таба.
Закон шәхси медицина эшмәкәрлеге субъекты тормошҡа ашырған эшмәкәрлектең сифатына һәм хәүефһеҙлегенә контроллек итеү тураһындағы положениеға асыҡлыҡ индерә. Федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға ярашлы, республика законының яңы редакцияһында граждандарға ғәҙәттән тыш хәлдә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡан норма билдәләнә.
“Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт именлеген һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итеү өлкәһендәге айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон ҡабул ителде. Ул республика ҡануниәтен артабан камиллаштырыу маҡсатында эшләнде.
Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының “Йәмәғәт тәртибенә һәм йәмәғәт именлегенә янаған административ хоҡуҡ боҙоуҙар” тип аталған 13-сө бүлеге, “Полиция тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, ҡайһы бер положениелар менән тулыландырыла. Һыу объекттарында кеше ғүмерен һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған, зыянды иҫкәртеү буйынса сара күрмәгән, Башҡортостандың дәүләт наградаһына, маҡтаулы исемгә ҡушып бирелгән билдәгә ҡарата законһыҙ ғәмәлдәр ҡылған өсөн яуаплылыҡ билдәләнә.
Бынан тыш, Кодекстың айырым статьялары яңы редакцияла бирелә.
“Төндә граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙән иртәнге 9-ға тиклем төҙөкләндереү эштәре башҡарыу тыйыла.
“Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында”ғы Закон да йәмәғәт тәртибен боҙоу тип танылған ҡайһы бер ғәмәлдәр менән тулыландырыла.
“Урындағы үҙидара депутаты, һайлап ҡуйылған орган ағзаһы, һайлап ҡуйылған вазифалы кеше вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу гарантиялары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 6-сы статьяһына индерелгән үҙгәрештәр ҡануниәтте артабан камиллаштырыуға бәйле.
Закон вәкиллекле орган ултырышында депутаттың һорауын ҡарау тәртибенә асыҡлыҡ индерә. Был Закондың 6-сы статьяһындағы 3-сө өлөшөнә ярашлы, депутаттың һорауы һәм уға яуап мотлаҡ тәртиптә муниципаль берәмектең вәкиллекле органы үткәргән ултырышта ҡаралырға тейеш. Вәкиллекле органдар эшмәкәрлеге практикаһына ҡарағанда, ултырыштар, ҡағиҙә булараҡ, айына кәмендә бер тапҡыр уҙғарыла. Урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе ваҡытында хоҡуҡи көйләү өсөн бер ултырыш етһә лә, депутат һорауҙары менән эшләү өсөн был ғына аҙ.
Ауыл депутаты үҙенең округындағы һайлаусыларҙың проблемалары менән көн дә осраша, йыш ҡына кисектермәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьәләләр тыуа. Һорау ебәреү өсөн Советтың сираттағы ултырышын көтөү эшкә кире йоғонто яһай. Әйтергә кәрәк: депутат һорауының йөкмәткеһе асылы буйынса хоҡуҡ нормаһын үҙ эсенә алмай, шуға күрә уны вәкиллекле орган тарафынан раҫлауҙың кәрәге юҡ.
Законда ҡаралғанса, депутат һорауҙары менән эшләү нигеҙе һәм тәртибе муниципаль берәмектәге вәкиллекле орган регламенты менән, йәғни ошо орган тарафынан үҙаллы билдәләнергә тейеш.
“Башҡортостан Республикаһында энергияны һаҡлау һәм энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу тураһында”ғы республика Законы федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерелде.
Закон Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының энергияны һаҡлау һәм энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу өлкәһендәге вәкәләттәрен нығыта. Ундайҙарға ошо өлкәләге республика программаһын эшләү, раҫлау һәм тормошҡа ашырыу, дәүләт учреждениеларының, дәүләт унитар предприятиеларының энергияны һаҡлау сараларын көйләү, Рәсәй һәм Башҡортостан ҡануниәте менән ҡаралған башҡа вәкәләттәр инә.
Закон инновация эшмәкәрлеге продукцияһына бәйле энергияны һаҡлау сараларын республика программаһына индереүҙе күҙ уңында тота, торлаҡ фондында энергетика һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү сараларын билдәләй.
Яңы документта энергияны һаҡлау тураһындағы ҡануниәт талаптарының үтәлешенә төбәк дәүләт контролен (күҙәтеүен) тормошҡа ашырыу вәкәләте бирелгән республика башҡарма власть органдарының функциялары нығытыла.
2013 йылдың 3 июнендә “Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Улар ошо өлкәләге федераль закондарҙағы яңылыҡтарға бәйле.
Закондың 10-сы статьяһына индерелгән үҙгәрештәр Башҡортостандағы дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өлкәһендәге вәкәләттәрен норматив-хоҡуҡи көйләүгә йүнәлтелә. Атап әйткәндә, “112” берҙәм номеры буйынса ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу селтәренең эше аныҡлана. “112” системаһы — Башҡортостанда ойошторолған автоматлаштырылған идара итеү-мәғлүмәт селтәре ул. Был система бер үк ваҡытта федераль башҡарма власть органдары, республика башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан файҙаланыла. Төрлө кимәлдәге эшләү принцибы уны ойоштороуҙа һәм ҡулланыуҙа ҡатнашыусыларҙың вәкәләттәрен билдәләү мәсьәләләрен көйләгән нормаларға асыҡлыҡ индереүҙе талап итә.
Закон ҡабул ителеү менән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһы эшенең һөҙөмтәлелеге артасаҡ.

(Закондар менән ентеклерәк танышырға
теләүселәр гәзитебеҙҙең сайтына — bash.bashgazet.ru — мөрәжәғәт итә ала).


Вернуться назад