Һамарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда округ төбәктәрендәге урындағы үҙидараны үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, урындағы үҙидара башҡа власть органдары менән сағыштырғанда халыҡҡа яҡыныраҡ, шуға күрә муниципаль власть органдарын үҫтереү мәсьәләләре, шул иҫәптән уларҙың иҡтисади үҙаллылығын арттырыу ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне. Урындағы үҙидара органдары вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға сығымдарҙы уларҙың үҙ килеме иҫәбенә ҡаплатыуға өлгәшергә кәрәк. Башҡортостан Президенты журналистар менән әңгәмәлә үҙ фекерен белдерҙе.
— Асылда иһә, муниципалитеттарҙа проблемалар бик күп. Улар аҡсаға ғына түгел, ойоштороу, йәмәғәт, сәйәси өлкәләргә лә ҡағыла, — тине Рөстәм Хәмитов. — Минеңсә, бында төп бурыс — кешеләрҙе урындағы үҙидараға йәлеп итеү тормошҡа ашырылмаған. Властың түбәнге кимәлендә бюрократизм, административ баҫым бар. Ысын үҙидара булдырырға кәрәк. Нимә төҙөү, үҫтереү, төҙөкләндереү кәрәклеген, бөгөн муниципалитеттарҙа үҙ-ара эш итеү алымдарын кешеләр үҙҙәре билдәләргә тейеш. Әлбиттә, әлегә ысын үҙидара юҡ. Алтаҡтаһы менән декларацияһы ғына ғәмәлдә. Урындарға ысын власть килһен өсөн тырышлыҡ һалыу шарт. Был йәһәттән аныҡ алымдар юҡ. Шулай ҙа мәсьәләне хәл итеү, үҙгәреш индереү зарурлығын барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Республика башлығы билдәләүенсә, был мәсьәләне юғарыраҡ кимәлдә тикшерергә кәрәк.