Дәғүәселәр билдәләнде29.06.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия ошо премияға конкурста ҡатнашыуға түбәндәге эштәрҙе индерҙе:
1. Г.Г. Теләшев, А.Ф. Әхмәтов, Г.М. Сидоров
“Яҡшыртылған экологик үҙенсәлектәргә эйә автомобиль бензины алыу технологияһы”. Башҡортостандың Нефтте химик эшкәртеү институты тарафынан тәҡдим ителде.
2. М.Ф. Маликов
Өс өлөштән торған “Федераль һәм төбәк ҡануниәтен яраштырыу механизмы” монографияһы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты тарафынан тәҡдим ителде.
3. Р.З. Вәлиев. Р.К. Исламғәлиев, И.В. Александров
“Күп функциялы үҙенсәлектәргә эйә булған күләмле наноструктуралы металдар һәм иретмәләр”. Өфө дәүләт авиация техник университеты тарафынан тәҡдим ителде.
4. В.А. Зыкин, Р.Р. Исмәғилев, Р.К. Кадиков, Л.Я. Зыкина
“Ҡиммәтле “Салауат Юлаев”, “Ватан” сорттары һәм икмәк бешереү өсөн яҙғы бойҙай игенен етештереү технологияһы”. Башҡортостан дәүләт аграр университеты тарафынан тәҡдим ителде.
5. О.Н. Логинов, А.М. Мелентьев, В.И. Кузнецов
“Ауыл хужалығы үҫемлектәренең үҫешен көйләүсе һәм һаҡлаусы өр-яңы юғары һөҙөмтәле микробиологик препараттар булдырыу”. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Биология институты тарафынан тәҡдим ителде.
6. А.Г. Волчков, Б.К. Михайлов, В.В. Павлов, Н.И. Татарко, Р.А. Хәмитов
“Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш райондарында төҫлө металдарҙың минераль-сеймал базаһын тулыландырыу буйынса геологик разведкалау эштәрен һөҙөмтәле үткәреүҙе фәнни-техник нигеҙләү, ойоштороу-методик яҡтан тәьмин итеү”. Төҫлө һәм ҡиммәтле металдарҙың үҙәк ғилми тикшеренеү геологик разведкалау институты тарафынан тәҡдим ителде.
7. В.В. Плечев, Н.Г. Ғатауллин, С.Н. Хунафин
“Башҡортостан Республикаһында ҡорһаҡ ярыһындағы йәбешеү сирен диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү (50 йыллыҡ тәжрибә)”. Башҡортостан Фәндәр академияһы тарафынан тәҡдим ителде.
8. Р.Ф. Ҡәйүмова, Л.Р. Ғирфанова, А.А. Бикбулатова
“Композиттарҙан тегелгән әйберҙәр етештереүҙе проектлау методологияһы”. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты тарафынан тәҡдим ителде.
9. А.Б. Юнысова, Ю.М. Әбсәләмов
“Башҡортостан закондары һәм норматив хоҡуҡ акттары йыйылмаһы”. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты тарафынан тәҡдим ителде.
10. Р.Р. Кәбиров, Л.А. Ғайсина, А.Р. Мансурова, Г.Р. Баҡыева, С.Ю. Сафиуллин
“Биотехнологияны үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхиттең сифатын яҡшыртыу өсөн ресурстар сығанағы булараҡ Башҡортостандың ылымыҡтар һәм цианобактериялар коллекцияһын ойоштороу”. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан тәҡдим ителде. 11. М.В. Мырҙабулатов, Р.Р. Баязитова
“М.В. Мырҙабулатов. Башҡортостанда никах һәм ғаилә. М.В. Мырҙабулатов, А.Ш. Аратова. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының традицион һәм заманса никах-ғаилә мөнәсәбәттәре. Р.Р. Баязитова. Башҡорттарҙың традицион ғаилә этикеты: монография”. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан тәҡдим ителде.