Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн
һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә
(272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Ваҡ-төйәк тип ҡарамағыҙ
— Әллә ни әһәмиәте булмаған ваҡиға өсөн мине судҡа биргәндәр. Артыҡ хәүефе лә юҡ, сөнки енәйәт эше түгел. Суд буйлап йөрөр өсөн әле ваҡытым юҡ. Повестка килтереп йонсоталар. Әгәр судҡа саҡырыу ҡағыҙын алмаһам һәм унда бармаһам, нимә була? Эште минһеҙ ҡараясаҡтармы?
Рифат.
Салауат ҡалаһы.
— Судҡа саҡырыу ҡағыҙын яуап биреүсенең алыу-алмауын контролдә тотоу форсаты биргән барлыҡ элемтә саралары менән ебәреүҙәре мөмкин. Мәҫәлән, суд повесткаһы, телеграмма, телефонограмма, факсимиль элемтә һәм башҡалар. Повестка йәки заказлы хат менән бергә һеҙгә процессуаль документтарҙың күсермәһен дә ебәрергә тейештәр. Саҡырыу алыуығыҙҙы раҫлап, шәхси ҡултамғағыҙҙы ҡуйғас, “корешок” судҡа кире ҡайтарыла. Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 117-се статьяһына ярашлы, әгәр адресат повестканы алыуҙан баш тартһа, тапшырған кеше был хәлде суд ҡағыҙында теркәй. Баш тартҡан хәлдә лә ул иҫкәртелгән тип иҫәпләнә. Әгәр повестканы ысынлап та күрмәгән кеше судҡа килмәһә, эште ҡарау икенсе ваҡытҡа күсерелә, ә инде яуап биреүсе рәсми иҫкәртелеп тә судты ҡалдырһа, эш уның ҡатнашлығынан тыш ҡарала. Дөйөм алғанда, судтар, ғәйепләүсе йәки яуап тотоусы булмағанда, эште ҡарарға тырышмай, шулай ҙа уларҙың билдәләнгән ваҡыты бар.Ялдан саҡыртып алдылар
— Йәй башында бер айға отпуск алғайным, яртыһы ла бөтөп өлгөрмәне, хужа эшкә саҡыртып сығарҙы. Йәнәһе, әле иң ҡыҙыу мәл, һәм эшләргә кеше аҙ ҡалған. Шундай һорау борсой: ялымдың ҡалған көндәрен аҙағыраҡ файҙаланып булырмы икән?
Альбина.
Өфө ҡалаһы.
— Эйе, аҙаҡ, эштә көсөргәнеш кәмеү менән, ялығыҙҙы дауам итә алаһығыҙ. Ғөмүмән, эшкә һеҙҙең ризалығығыҙ менән генә саҡыртырға тейештәр. Файҙаланылмай ҡалған көндәрҙе үҙ теләгегеҙ буйынса ошо уҡ йылда алырға хоҡуғығыҙ бар. Йәки киләһе йылдың ялына ҡушып ебәрергә мөмкин.