Һәүерташ дәүере етте28.06.2013
Халыҡ-ара энергетика агентлығы күҙаллауынса, 2035 йылғаса АҠШ, Рәсәйҙе тәүге урындан мәхрүм итеп, донъяла иң күп газ етештереүсе дәүләткә әүереләсәк. Был Көнбайыш илдәренең яңы быуат башында «зәңгәр яғыулыҡ»ты һәм «ҡара алтын»ды һәүерташты эшкәртеү юлы менән алырға өйрәнеүенә бәйле. Белгестәрҙең фекеренсә, ундай технологияларҙың үҫеше әле үк донъя энергетикаһы тарихында һынылыш яһай, беҙҙең газ сәнәғәтселәре өсөн тышҡы баҙарҙағы көсөргәнеште лә арттыра.
«Газпром», әлбиттә, «һәүерташ инҡилабы» булырына шикләнеп ҡарай, киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләр, сюжеттар ярҙамында үҙ акционерҙарын һәм ҡулланыусыларын тынысландырырға тырыша. Йәнәһе, яңы технология – ниндәйҙер төбәктә тәбиғи газ етешмәгән осраҡта хәлде бер аҙ тотороҡландырып ебәрерлек эске ресурс ҡына. Һәүерташ дәүеренең башланыуы тураһында белдереп, АҠШ-та «зәңгәр яғыулыҡ»тың хаҡы Рәсәйҙәгенән түбәнерәк төшһә лә, «Газпром» башлығы Алексей Миллер иҡтисад белгестәренең күҙаллауҙарын юрый ҡуйыртылған уйҙырма тип атаны. Былтыр октябрҙә яғыулыҡ-энергетика комплексы буйынса кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин газ сәнәғәтселәрен халыҡ-ара баҙарҙа барған үҙгәрештәргә иғтибар итергә өндәп ҡараны, ләкин концерн етәкселеге ҡарашын үҙгәртергә ашыҡманы. Хәйер, Алексей Миллер бер аҙҙан: «Һәүерташтан газ алыу мәсьәләһе беҙҙең ил өсөн көнүҙәк түгел, әммә нефть йүнәлеше ҡыҙыҡлы булмаҡсы», – тигәс, «Газпром нефть» сит илдең «Shell» компанияһы менән бергә яңы ятҡылыҡты үҙләштерә башларға ниәтләүен иғлан итте.
Һәүерташта газ һәм нефть барлығы XIX быуатта уҡ билдәле булған, әммә был эш «ҡиммәткә төшә» тип һаналған. 2000 йылдан һуң «ҡара алтын»дың хаҡы бермә-бер артып, барреле 100 долларҙан ашып киткәс, шулай уҡ фрекинг һәм горизонталь быраулау ысулдары үҫешкәс, әлеге проектты 30 процентҡа тиклем арзанайтыуға өлгәшелгән. АҠШ етәкселегенең нефть һәм газ компанияларына һалым льготаларын арттырыуы, инвестициялар өсөн мөхитте яҡшыртыуы ла ҙур уңышҡа килтергән. Әлеге мәлдә Американың «ExxonMobil», «Shell», «Chevron» кеүек иң ҡеүәтле етештереүселәренең барыһы ла һәүерташ проекттарына аҡса һала һәм ҙур файҙаға иҫәп тота. Халыҡ-ара энергетика агентлығының баһалауынса, донъяла яңы технология буйынса алырлыҡ 188 триллион кубометр самаһы газ запасы бар, шуның 50 триллионы – нәҡ АҠШ-та.
Американдар бер-ике йылдан Тымыҡ океан ярында Азияға һәүерташ газы оҙата башлау өсөн яңы порт асырға йыйына Ҡытай ҙа, ошо тармаҡҡа ныҡлап тотоноп, 2020 йылғаса йылына 100 миллиард кубометр кимәленә етергә маҡсат ҡуйған. Тимәк, Миллерҙың «уйҙырма» тиеүе һис тә урынлы түгел. Бөйөк Британия, Германия, Польша ла йоҡлап ятмай: Европала һәүерташтан газ алыу күләме 2010 йылда уҡ йылына 138 миллиард кубометрға еткәйне. Биш-ун йылһыҙ был йәһәттән ҙур уңышҡа өлгәшә алмаясаҡбыҙ, сөнки географик шарттар ҡатмарлы, ҡануниәт тейешенсә көйләнмәгән, тиһәләр ҙә, 2011 йылда уҡ Евросоюз илдәрендә беҙҙең «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа ихтыяж 9,9 процентҡа кәмегән.
«Газпром»дың былтырғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә күҙ һалайыҡ: саф табыш кимәле 6 процентҡа төшкән, операция сығымдары 18 процентҡа артҡан, бынан тыш, етештереү күләме кәмегән. «Русэнерджи» консалтинг агентлығы концернға уҙған йыл йомғаҡтары буйынса «Йыл уңышһыҙлығы» номинацияһында беренсе урынды биргән, сөнки ул байтаҡ йыл шөғөлләнгән проект – Штокман газ-конденсат ятҡылығын үҙләштереү – Көнбайышта һәүерташ газына өҫтөнлөк биреүҙәре, Рәсәй тәҡдим иткән «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа ихтыяждың бөтөп барыуы арҡаһында һөҙөмтәһеҙ тип табылды һәм туҡтатылды. Европаға беҙҙә етештерелгән газдың өстән ике өлөшөн оҙатып тороуға иҫәп тотоп, «Көньяҡ ағым» торба үткәргесен төҙөргә ҡарар итеүе өсөн компанияны «Өҙөлгән өмөт» номинацияһында ла билдәләгәндәр. Аналитиктар «Газпром»дың Чаяндин ятҡылығын үҙләштереү, «Яҡутстан – Владивосток» газ үткәргесен һуҙыу буйынса проекттарына ла «юҡҡа күпләп аҡса сарыф итеү» тип ҡарай. 2008 – 2012 йылдарҙа үҙ хаҡының 53 процентын юғалтҡан, быйыл апрелдә 100 миллиард долларҙан да түбәнерәк баһаланған компанияны артабан «Милли ҡаҙанышыбыҙ» тип рекламалау килешәме икән?
Шуныһы күңелгә шик өҫтәй: көнкүрештә файҙаланылған газдың хаҡын, йылдан-йыл арттыра барып, Европа кимәленә еткерҙеләр — үҙебеҙҙең тәбиғәт байлығын немецтар, француздар кеүек ҡиммәткә һатып алырға мәжбүрбеҙ. Бүтән илдәр алдында Рәсәй халҡын етеш йәшәй (яғыулыҡҡа аҡса йәлләмәй, имеш) тип күрһәтергә тырышыумы, әллә тышҡы баҙарҙағы юғалтыуҙарҙы урындағы ҡулланыусылар иҫәбенә ҡапларға ынтылыумы?
«Һәүерташ инҡилабы»ның етди сәйәси эҙемтәләргә килтереүе лә бик ихтимал. Тарих һабаҡтары шуны иҫкәртә: Советтар Союзы, АҠШ-тың ғәрәп илдәрен 1985-1986 йылдарҙа нефттең барреле өсөн хаҡты 6 долларғаса төшөрөргә ҡотортоуы арҡаһында, иҡтисади көрсөккә дусар булып тарҡалды түгелме әле? Илебеҙҙең әлеге етәкселеге Горбачев һымаҡ йомшаҡ түгел, «Газпром» бөлгән хәлдә лә бүтән дәүләттәр алдында үҙ халҡының мәнфәғәтен яҡларға көс табасаҡ, әммә уларға алмашҡа килгән властың ниндәйерәк булыры билдәһеҙ бит.
Әйткәндәй…
Яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллинаның Үҙәк банкка етәкселек итә башлауы, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры вазифаһына Алексей Улюкаевтың тәғәйенләнеүе аналитиктар тарафынан бик шәп яңылыҡ тип баһаланды. Күпселектең фекеренсә, алдағы йылдарҙа илдең финанс хәле, аҡса-кредит сәйәсәте көйләнәсәк, инвестициялар өсөн мөхит яҡшырасаҡ, Рәсәйҙең стратегик үҫеше буйынса һөҙөмтә бирерлек пландар тәҡдим ителәсәк.


Вернуться назад