Депутаттар бүлмәһен бушата…28.06.2013
Республиканың дүртенсе саҡырылыш парламенты үҙенең һуңғы, 64-се ултырышында 54 закон проектын ҡараны. Депутаттарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.
— Һуңғы биш йылда депутат вазифаһын башҡарғандарға рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртты, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. — 2008 йылда, ил өсөн ауыр саҡта, иҡтисади көрсөк мәлендә эш башланығыҙ. 2010 йылда республика тормошонда мөһим ваҡиға булды — Башҡортостандың яңы Президенты һайланды. Ошо мәлдә тыныслыҡты, тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡала алдығыҙ. Биш йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда бихисап закон ҡабул иттегеҙ. Был эштең ни тиклем яуаплылыҡ менән үтәлеүе аңлашыла. Әлеге саҡырылыш республикаға инвестициялар йәлеп итеү буйынса ла оло эш башҡарҙы. Алдағы йылдарҙа буласаҡ мөһим халыҡ-ара сараларға әҙерлек маҡсатында төбәгебеҙ төҙөлөш майҙанына әүерелде Ҡайһы бер депутаттарҙың артабан да сәйәсәт менән шөғөлләнергә теләүен беләм. Һайланасаҡтарға уңыштар теләйем.
— Биш йыл дауамында алып барған эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. 64 пленар ултырыш үтте, уларҙа 1663 закон, 2739 ҡарар ҡабул ителде. Халыҡтан һәм төрлө ойошмаларҙан 14 меңдән ашыу хат алдыҡ. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында әле беҙҙең парламент әҙерләгән 26 закон проекты өйрәнелә. Ошондай һөҙөмтәлелеккә бишенсе саҡырылыш депутаттары ла өлгәшергә тейеш. Парламент алдында халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү буйынса ҡатмарлы эш һәм яңы бурыстар тора, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.


Вернуться назад