Лайыҡлылар еңергә тейеш27.06.2013
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлауына үҙ кандидаттарын билдәләне. Уларҙы партияның конференцияһы барышында йәшерен тауыш биреү юлы менән күрһәттеләр.
Исемлеккә берҙәм һайлау округы буйынса 158 кандидат инде. Уларҙың өсәүһе — дөйөм республика исемлеге буйынса үтте: Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, эшҡыуар Илья Кулаков һәм Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Эльвира Айытҡолова. Бер мандатлы һайлау округтары буйынса 55 кеше һайланды. Шулай итеп, “Берҙәм Рәсәй”ҙең дөйөм исемлегендә 213 кандидат билдәләнгән. — Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре беҙгә иң лайыҡлы кешеләрҙе асыҡларға һәм тәҡдим итергә мөмкинлек бирҙе. Исемлектә — 200-ҙән ашыу кеше. Улар араһында осраҡлылар юҡ. Бөтәһен дә беләбеҙ, улар — ихтирам яулаған уҡытыусылар, табиптар, йәштәр, — тине партияның сәйәси советы секретары, республика парламенты спикеры Константин Толкачев. Константин Борисович партия ағзалары һәм кандидаттарҙың Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы, уның партия исемлеген етәкләргә вәғәҙә биреүе тураһында әйтте. Быйылғы һайлауҙың еңел булмауы хаҡында ла алдан киҫәтте. — Нисек кенә булмаһын, лайыҡлы кешеләр еңергә тейеш, — тине ул.


Вернуться назад