Заманса үҫеш юлдарын эҙләп...25.06.2013
Башҡортостан дәүләт аграр университетында Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһындағы механизация, электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу бюроһының күсмә ултырышы менән бергә “Агросәнәғәт комплексын фәнни-техник һәм технологик яңыртыу нигеҙҙәре” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Быйыл апрелдә университет ошо сараны үткәреүгә Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының грантын алғайны.
Конференцияға 300-ҙән ашыу кеше йыйылды. Улар араһында агросәнәғәт комплексы предприятиеларының 198 белгесе, уҡытыусылар, 126 йәш ғалим, университет студенттары бар ине. Сараның пленар ултырышын Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры, техник фәндәр докторы, профессор И.И. Ғәбитов алып барҙы, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының вице-президенты, академик Ю.Ф. Лачуга уны 2013—2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә ҡағылышлы доклад менән асты.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Р.Ш. Афзалов республикала үҫемлекселекте һәм малсылыҡты үҫтереүгә яңы ҡараш хаҡында сығыш яһаны. Шулай уҡ тиҫтәләгән башҡа доклад тыңланды.
Пленар ултырыш тамамланғас, секциялар эше ойошторолдо. Уларҙа йәмғеһе 133 докладсы, шул иҫәптән 97 йәш ғалим һәм студент сығыш яһаны. Сараға ситтән килгәндәр өсөн аграр университет ҡарамағында эшләгән музейҙар, махсус лабораториялар һәм бәләкәй инновация предприятиелары буйлап экскурсия ойошторолдо, шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл”дәр эшләне. Механизация, электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу бюроһының күсмә ултырышы ағзалары республикалағы “Башсельхозтехника”, “Үҙәк” МТС-ы, “Шишмә” кеүек алдынғы предприятиеларға сәфәр ҡылды.