Артур Шәйнуров — Мәскәүҙәге вәкилебеҙ22.06.2013
Артур Шәйнуров — Мәскәүҙәге вәкилебеҙБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Артур Шәйнуровты Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Шәйнуров Артур Альберт улы 1966 йылдың 26 октябрендә Балтас районының Иҫке Балтас ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1-се дауаханаһында, Башпотребсоюздың Өфө автотранспорт предприятиеһында, “Вита” ойошмаһында, “Транстэк” коммерция үҙәгендә, “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы дирекцияһында эшләй. 2010 йылдан алып әлегә тиклем “РОСТЭК” федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары — Санкт-Петербургтағы “РОСТЭК-Төньяҡ-Көнбайыш” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры була.
Артур Шәйнуров — республиканың IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

***
Башҡортостан Президентының икенсе Указы менән Олег Матыцин тарафынан Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары бурыстарын башҡарыу туҡтатылды.


Вернуться назад