Ниәттәр ғәмәлгә аша21.06.2013
Башҡортостан Президенты “РусГидро” компанияһының идара рәйесе урынбаҫары Джордж Рижинашвили менән осрашыуында берлектәге проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, яҡтар энергетика йәһәтенән һөҙөмтәле технологиялар паркын һәм гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү заводын төҙөү буйынса пландарҙы әүҙем тормошҡа ашыра.
Осрашыуҙан һуң Джордж Рижинашвили журналистарға хәбәр итеүенсә, “РусГидро” Францияның “Альстом” компанияһы менән берлектә төҙөгән заводта эш графикка ярашлы бара, тәүге турбина киләһе йыл етештереләсәк.


Вернуться назад