Программа раҫланманы...21.06.2013
2013–2018 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡортостандың төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү” айырым маҡсатлы оҙайлы программаһын яҡынса бер айҙан раҫлау күҙаллана. Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында ҡатнашыусылар ошондай ҡарарға килде. Уларҙың фекеренсә, документта бер ни тиклем етешһеҙлектәр бар.
— Беренсенән, һандарҙы асыҡлағыҙ. Минеңсә, тексҡа төҙәтмәләр индерергә кәрәк, сөнки ситләшеүҙәр, аңлашылмаған өҫтәмәләр күп. Етешһеҙлекте июль уртаһына тиклем төҙәтергә, — тип мөрәжәғәт итте программаны эшләүселәргә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — 15 июлдә уны үҙем уҡып, ҡул ҡуясаҡмын.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн төҙөлөш темаһы — Башҡортостандағы иң мөһим һәм ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе.