Төбәккә дәғүә юҡ21.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды” дәүләт корпорацияһы программаларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү буйынса Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сараны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак үткәрҙе.
Башҡортостан Президентының әйтеүенсә, берлектәге биш йыллыҡ эш һөҙөмтәһендә Башҡортостан Фондтан 10,74 миллиард һум аҡса алған, тағы ла 4,7 миллиард һумды республика берлектә финанслау шартына ярашлы бүлгән. Фонд республикаға 2015 йылға тиклем тағы ла 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлергә ниәтләй. Президент билдәләүенсә, бурыс мотлаҡ үтәләсәк.
Республикала башҡарылған эш тураһындағы отчетты тыңлағандан һуң, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак, Башҡортостанға бер ниндәй ҙә дәғүәләр юҡ, тип билдәләне.