Ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ21.06.2013
— Өс йыл элек атайым беҙҙең ғаиләгә фатирын бүләк итте. Был турала документтар бар. Атайым яңы торлаҡты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ алғайны. Ошо көндәрҙә судҡа саҡырыу килеп төштө: бер туған һеңлем фатирҙы үҙләштерергә йыйына икән. Беҙҙең ғаилә бында өс йыл йәшәне, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләп торҙоҡ. Хәҙер хафаланабыҙ: һеңлем фатирға дәғүә итә аламы? Атайым бик өлкән кеше һәм баш сиренән яфалана, хәтере бутала. Әммә беҙгә торлағын бүләк иткәндә ул үҙ аҡылында ине.
Айҙар.
Мәләүез ҡалаһы.
— Һорауығыҙ бик ҡатмарлы. Барлыҡ ҡағыҙҙарҙы алып ҡарамай тороп, аныҡ яуап биреп булмай. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай ғына бөтә документтарығыҙҙы ла алығыҙ ҙа юрисҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ә әлегә яҡынса түбәндәгеләрҙе әйтә алам. Мәсьәләне ҡараған саҡта дәғүә белдереү ваҡыты өс йыл икәнлеген күҙ уңында тоторға кәрәк. Ул кеше хоҡуҡтары боҙолоуын белеп ҡалған көндән иҫәпләнә башлай. Тимәк, һеңлегеҙҙең фатирҙы бүләккә алғанығыҙҙы ҡасан ишеткәнен асыҡларға кәрәк. Икенсе мәсьәлә уның ниндәй талап менән судҡа мөрәжәғәт итеүенә бәйле. Ҡағиҙә булараҡ, һеңлегеҙ алыш-бирештең дөрөҫ түгеллеген дәлилләргә тырышырға тейеш. Шуныһын белеп ҡуйығыҙ: әлеге талап менән судҡа килешеү төҙөүҙә ҡатнашҡандар ғына мөрәжәғәт итә ала. Ә һеңлегеҙҙең алыш-бирештә ҡыҫылышы булмаған. Өсөнсө мәсьәлә бүләк итеүсенең психик хәленә бәйле. Аңлауымса, судҡа биреүсе бүләк итеүсенең был саҡта үҙ аҡылында булмауын дәлилләргә тырыша. Шуға күрә һеҙгә атайығыҙҙың өс йыл элекке психик хәле тураһында медицина белешмәһе кәрәк.
Әйтеп киткәнемсә, барлыҡ документтарҙы ла күрмәй һәм эштең нескәлектәрен белмәй тороп, теүәл яуап биреп булмай. Шулай ҙа судта еңеү һеңлегеҙгә бик ауыр биреләсәк. Һеҙгә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, үҙ хоҡуғығыҙҙы яҡларға әҙер булығыҙ.