Башланды!20.06.2013
Республикала һайлау кампанияһы старт алды. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға бишенсе саҡырылыш депутаттарҙы һайлау берҙәм тауыш биреү көнөндә — 8 сентябрҙә үтәсәк.

Был турала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһы барышында белдерҙе. Билдәле булыуынса, республика парламентына 110 депутат үтәсәк. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы һайлау округы, икенсе яртыһы партия исемлектәре буйынса берҙәм һайлау округы аша һайлана.
8 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙан тыш, башҡа тауыш биреү ҙә буласаҡ. Бөрө менән Белорет ҡалалары Советтарына депутаттар, шулай уҡ ҡала Советтарына, муниципаль райондарға, ҡала һәм ауыл биләмәләренә өҫтәмә һәм яңынан һайлау ойошторола. Йәмғеһе 175 һайлау кампанияһы үтә, улар барышында 356 депутат мандаты өсөн көрәш көтөлә.
— Быйылғы һайлау үҙгәртелгән ҡануниәткә ярашлы уҙа. Тәүге тапҡыр ул сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә күп партиялылыҡ шарттарында ойошторола. Илдә 17 июнгә ҡарата 70 сәйәси партия теркәлгән, уларҙың 53-өндә һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы бар. Башҡортостанда иһә 41 партияның төбәк бүлексәһе теркәлгән, һәм уларҙың 38-е һайлауҙа ҡатнаша ала, — тине Хәйҙәр Вәлиев.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлау республика бюджеты иҫәбенә ойошторола. Хәйҙәр Арыҫлан улы әйтеүенсә, бының өсөн 400 миллион һум аҡса бүленәсәк. Быйыл веб-камералар ҡулланылмаясаҡ, сөнки уны файҙаланыу өсөн республика бюджетынан тағы ла 100 миллион һум самаһы сығым талап ителә. КОИБ-тарҙы ҡулланыу-ҡулланмау мәсьәләһе шулай уҡ хәл ителмәгән. Бында барыһы ла һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдергән партиялар һанынан торасаҡ. Мәғлүмәтте эшкәртеү комплексы бюллетендең оҙонлоғо 60 сантиметрға тиклем булғанда эшләй ала. Был — яҡынса 10-12 партия тигән һүҙ. Әгәр тауыш биреүҙә күберәк партия ҡатнашырға теләк белдерһә, бюллетень оҙонаясаҡ, һәм КОИБ-ты файҙаланыу мөмкин булмай.
Башҡортостанда барлығы 3 миллион 60 мең 964 һайлаусы теркәлгән. Тауыш биреү өсөн 3 миллион 106 мең 878 бюллетень әҙерләнәсәк. Һайлау биреү көнөндә теркәлгән урынында була алмағандар өсөн ситтә һайлау хоҡуғын биргән 70 мең танытма эшләнәсәк. Бюллетендәрҙең 30 проценты — башҡорт һәм татар телдәрендә, ҡалғаны урыҫ телендә баҫыла.
— Беҙҙең эштең төп принцибы — асыҡлыҡ. Барлыҡ яңылыҡтар ҙа шунда уҡ йәмәғәтселеккә билдәле була бара. Шуға күрә кандидаттар һәм башҡа ҡатнашыусылар тарафынан һайлау һәм киң мәғлүмәт саралары тураһындағы ҡануниәтте боҙоусылар булмаҫ, тип ышанабыҙ, — тине Хәйҙәр Вәлиев.


Вернуться назад