Бурыстар билдәләнде20.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы.

Төбәк етәксеһе башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны, киләсәккә бурыстарҙы билдәләне. Президент федераль ойоштороу комитеты төркөмдәренең республикаға сәфәре, шулай уҡ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутнев тарафынан объекттарға бирелгән баһа хаҡында һөйләне.
— Эш планға ярашлы бара, объекттарҙы ғәмәлгә индереү контролдә тотола, саммиттарға әҙерләнеүҙә көсөргәнешлелек юҡ, — тине Башҡортостан Президенты.
Әле федераль ойоштороу комитетының эш органдары төҙөлә. Республикалағы ойоштороу комитетында бындай төркөмдәр раҫланған һәм аныҡ йүнәлештәр буйынса эш алып бара. Рөстәм Хәмитов төркөм етәкселәренә федераль ойоштороу комитеты менән берлектә эш итеү бурысын йөкмәтте. Ултырышта инфраструктураны әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды.
— Конгресс-холл менән “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы төҙөкләндерелә. Саммиттарҙың төп саралары тап шунда үткәреләсәк. Июлдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ремонт башлана. Ҡунаҡханалар төҙөлә, көньяҡ битләүҙәге халыҡ икенсе урынға күсерелә. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында эш башланды, — тине республика етәксеһе. — Ҡала урамдары, майҙандар тәртипкә килтерелергә тейеш.
Ойоштороу комитеты шулай уҡ административ биналарҙы яңыртыу, ҡунаҡхана, туҡланыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, экскурсияларға йөрөтөүселәрҙе әҙерләү мәсьәләләрен ҡараны.


Вернуться назад