Хеҙмәттәшлек нығый20.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстандың Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Әңгәмә барышында байтаҡ мәсьәлә, шул иҫәптән ауыл хужалығындағы хәлдәр, ҡоролоҡ шарттарында тупраҡты эшкәртеү технологиялары тикшерелде. Дәүләт Советы башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Татарстандың административ-территориаль ҡоролошо тураһында китап бүләк итте. Татарстан парламенты етәксеһе сәфәренең төп маҡсаты Ҡазанда үткәреләсәк Универсиадаға бәйле.
— Универсиада уты Өфөгә килеп етте, уны тапшырыу тантанаһы булды. Артабан ут Татарстан ҡалалары һәм райондары буйлап үтәсәк, — тине Фәрит Мөхәмәтшин.
Күрше республикалағы закондар сығарыу органы башлығы әйтеүенсә, ике төбәк араһындағы парламент-ара хеҙмәттәшлек уңышлы үҫә. Ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, дәүләт комитеттары, парламент делегациялары кимәлендә төрлө проекттар буйынса осрашыуҙар даими уҙғарыла.
— Белеүемсә, Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлау тәғәйенләнде. Республика халҡының күпселеге депутаттар корпусының татыу коллективын хуплар тип ышанам, — тине Фәрит Мөхәмәтшин.