Иран урандан баш тартырмы?18.06.2013
Иранда президент һайлауы уҙыуын, Владимир Путиндың Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон менән осрашыуын һуңғы осорҙағы иң мөһим ваҡиғалар рәтенә индерергә була.

Тәғлимәт үҙгәрмәй

14 июндә Иранда яңы президент һайланылар. Мәхмүд Әхмәдинежад, ике мөҙҙәт рәттән идара иткәс, ил конституцияһы буйынса өсөнсө тапҡыр был вазифаға дәғүә итә алмай ине, шуға ла ул тауыш биреүҙе ситтән генә күҙәтергә мәжбүр булды. Ул хатта урынына үҙ кешеһен ҡалдырып китә алманы. Иран президентын һайлауҙа кандидат булараҡ ҡатнашырға теләк белдереп 700-ҙән ашыу кеше ғариза бирһә, уларҙың һигеҙе генә “иләк төбөндә” тороп ҡалғайны. Мәхмүд Әхмәдинежадтың үҙ кешеһе — ҡоҙаһы, президент хакимиәтенең элекке етәксеһе Әсфәндиәр Рәхим Машаи — был иҫәпкә эләкмәне.
Билдәле булыуынса, Иранда президент вазифаһын биләүсе кеше башҡарма власть өсөн генә яуап бирә, эске һәм тышҡы сәйәсәт менән асылда рухи юлбашсы Али Хаменен идара итә. Остаздары был юлы ла үҙ асылына тоғро ҡалып, президент һайлауҙа үҙе теләгән, күңеленә ятҡан дәғүәселәрҙе генә ҡатнаштырҙы. Хәсән Рухани, 50,6 процент тауыш йыйып, Иран Республикаһы президенты итеп һайланды. Уны илдә реформатор булараҡ беләләр, сөнки Ирандың элекке президенты Мөхәммәд Хатами (1997 — 2005 йылдар) дәүерендә Юғары советтың милли хәүефһеҙлек буйынса секретары булып эшләгәйне, Мәхмүд Әхмәдинежад осоронда Көнбайыш Европа илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға ынтылып йөрөүселәр рәтендә булды. Власҡа был кеше килгәс, Иран үҙенең ядро программаһынан баш тартыр, тип юрай шуға ла ҡайһы бер аналитиктар. Әммә был һис кенә лә ысынбарлыҡҡа тап килеп бөтмәй: барыһы ла илдең рухи юлбашсыһы булған Али Хаменендың ихтыярына бәйле. Мәхмүд Әхмәдинежад был кешенән бойондороҡһоҙлоҡ алыу өсөн байтаҡ айҡашты: илдең идара итеү системаһын бер “йоҙроҡҡа төйнәргә” маташып ҡараны, әммә килеп сыҡманы. Унан алдағы президенттарҙан Мөхәммәд Хатами менән Хамени Рафсанджани ҙа үҙаллы идара итеүгә ынтылып ҡараны, тик рухи юлбашсынан уҙып бер ни ҡыра алманылар. Мәхмүд Әхмәдинежадтың ҡоҙаһы Әсфәндийәр Машаи президент вазифаһына дәғүә итеүсе булараҡ алдан уҡ ғәмәлдәге ҡануниәтте юҡҡа сығарыу яғында ине. Уның: “Рухи юлбашсыларҙы ихтирам итәм, әммә улар сәйәсмән түгел, ә дини ҡанундарҙың үтәлешен контролдә тотоусы ғына”, — тигән һүҙҙәрен Али Хаменен, әлбиттә, оҡшатмау ғына түгел, кәмһетеү тип ҡабул иткәндер. Ошо кәлимә өсөн генә лә рухи юлбашсы уны президент вазифаһы өсөн көрәштән мәхрүм итте лә инде. Эйе, Иранда дин демократияға ҡарағанда көслөрәк. Берәү ҙә, хатта юғары вазифаға дәғүә итеүсе лә дини юлбашсыларға тел тейҙерергә тейеш түгел.
Яңы һайланған президент Хәсән Руханиға килгәндә, ул да Хаменен йоғонтоһонан ҡотола алмаҫтыр. АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре етәкселәре уны яңы вазифаһы менән ҡотларға ашыҡмай, ә бына Владимир Путин тәүгеләрҙән булып тәбрикләү сәләмдәрен ебәрҙе. Рәсәй-Иран мөнәсәбәттәре электән дуҫтарса ине. Көнбайыш дәүләттәре Иранды уран байытыуҙа һәм атом бомбаһы эшләргә маташыуҙа ғәйепләп йыш сығыш яһаһа ла, Рәсәй менән Ҡытай һәр саҡ уны яҡланы. Сүриә лә Иранға теләктәшлек күрһәтеп килде. Яңы президент Хәсән Рухани Сүриәгә хәрби ярҙам күрһәтәсәктәре хаҡында белдерҙе лә инде. Ул ошо аҙнала рәсми рәүештә үҙ вазифаһын үтәй башлаясаҡ.

Көсөргәнеш арта

Әйткәндәй, Сүриәләге низағ көсәйә төшөп, хәл-ваҡиғалар тағы ла ҡатмарлашып китте. Үткән аҙнала АҠШ етәкселеге Бәшәр Әсәд яҡлыларҙы оппозицияға ҡарата химик ҡорал ҡулланыуҙа асыҡтан-асыҡ ғәйепләне. Быға тиклем ҡайһы яҡтың химик ҡорал ҡулланыуын асыҡлау өсөн бәхәс бара ине. Ошоноң менән бәйле АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри Сүриә оппозицияһына хәрби ярҙам күрһәтәсәктәрен иғлан итте. Бөйөк Британияның премьер-министры Дэвид Кэмерон да, АҠШ етәкселегенең позицияһын яҡлап, Бәшәр Әсәд режимын ҡолатыу өсөн оппозицияға ярҙам вәғәҙәләне. Бәшәр Әсәдкә теләктәшлек күрһәтеп килеүсе Рәсәй етәкселеге өсөн был — көтөлмәгән аҙым. Шуға ла Владимир Путин Дэвид Кэмерон менән осрашыр өсөн 16 июндә Лондонға юлланды, икәүләп Сүриәләге конфликт мәсьәләһен тикшерҙеләр. Әлбиттә, иҡтисади хеҙмәттәшлек тә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Әйтергә кәрәк, Путин менән Кэмерон дүртенсегә күрешә. Һуңғы тапҡыр улар быйыл майҙа Сочиҙа осрашҡайны. Шуға аралар әлегә һыуынып та өлгөрмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Путин Сүриә мәсьәләһе буйынса үҙенә кәрәкле һөҙөмтәне ала алманы — Кэмерон сит ил оппозицияһына ярҙам итеү теләгенән баш тартманы.
Был мәсьәлә, әлбиттә, “Ҙур һигеҙ” илдәре етәкселәренең саммитында ла тикшереләсәк. Билдәле булыуынса, АҠШ, Канада, Германия, Франция, Италия, Рәсәй, Бөйөк Британия, Япония етәкселәренең сираттағы йыйыны 17-18 июндә Төньяҡ Ирландияның Лох-Эрне курортында үтә.


Вернуться назад