Ҡыш бабай ҡайҙа булған?22.12.2011
Ҡыш бабай ҡайҙа булған?Ах, был дейеү батшаһы Әзрәҡә! Балаларҙы шундай көтөп алған Яңы йыл байрамынан мәхрүм итмәксеме?! Ҡыш бабайҙы ябып ҡуйған, ти. Һомайҙы ла әсирлектә тота икән. Юҡ, былай ярамай. Уларҙы кисекмәҫтән ҡотҡарырға кәрәк! Быны ишеткән Урал батыр ғәйрәтләнеп юлға сыға, һәм, әлбиттә, изгелек тантана итә.
Шундай театрлаштырылған тамашаның шаһиты булды Президент шыршыһына килеүсе уҡыусылар. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов, балаларҙы ихлас күңелдән тәбрикләп:
– Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым, алда ҡышҡы каникул көтә, матур ял итегеҙ, – тине.
Байрамға республиканың район-ҡалаларынан уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадаларҙа, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә еңеүселәр, аталары “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә һәләк булыусыларҙың балалары йыйылғайны. Үҙен Илдар Байбулатов булам тип таныштырған үҫмер Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылынан килгән. Илдар IХ класта уҡый, отличник, математика, химия буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Әминә Әбүбәкерова — Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылынан. Ул матур итеп һүрәттәр төшөрөргә әүәҫ, районда Башҡортостан мәҙәниәте, тәбиғәтте өйрәнеү фәндәре буйынса уға тиңләшеүсе юҡ. Сәйҙә Хәлитова Өфөләге 42-се мәктәптә белем ала, өлгөр ҡыҙ өҙҙөрөп скрипкала уйнай.
Шатлыҡтары йөҙҙәрендә сағылған балалар бүләктәр, бай тәьҫораттар менән, яңы дуҫтар табып, байрамса кәйеф менән таралышты.
Венер ИСХАҠОВ


Вернуться назад