Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов “Ижтимағи электрон гәзит” сайты аша республика халҡы менән аралашты. Йәмғеһе 30-ҙан ашыу һорау килде, Азамат Фәттәх улы уларҙың береһен дә яуапһыҙ ҡалдырманы. Йыл йомғаҡтары буйынса ойошторолған әңгәмә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Тәүге һорауҙан уҡ республиканың 2011 йылды нисек тамамлауы менән ҡыҙыҡһындылар. Премьер-министрҙың белдереүенсә, Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән күберәк һәм уҙған йыл кимәленә ҡарата 110 процент тәшкил итә.
— Дөйөм алғанда, йыл хөрт булманы. Уңыштар иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарында һәм социаль өлкәлә бар. Ауыл хужалығы шатландырҙы: 3,2 миллион тонна ашлыҡ йыйылған, бер ярым йәки ике йылға етерлек мал аҙығы менән тәьмин ителдек, — тине ул. — Быға тиклемге йылдар ҡоро булғас, сәсеү кампанияһына ауырлыҡ менән индек, әммә ваҡытында күрелгән саралар арҡаһында барыһы ла һәйбәт булды.
Торлаҡ төҙөлөшө йәһәтенән дә уңыштар күҙгә күренерлек. Ике миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планы үтәлде. Әйткәндәй, уның дүрттән өс өлөшө — шәхси йорттар. Азамат Фәттәх улы әйтеүенсә, киләһе йылда күп ҡатлы арзан йорттар төҙөү артасаҡ.
— Социаль өлкәлә адреслы инвестиция программаларынан 15 миллиард һум үҙләштерелде. Ул аҡса мәктәптәр, балалар баҡсалары, юл һәм башҡа социаль объекттар төҙөүгә йүнәлтелде, — тине Премьер-министр. — Дөйөм алғанда, беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Йыл еңел булмаһа ла, уңыштар бар.
Бынан тыш, Азамат Илембәтов “Ижтимағи электрон гәзит” уҡыусыларының йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағылышлы башҡа һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Ә. ИЛДУСОВА.