Йәмәғәт палатаһы төҙөлә15.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Йәмәғәт палатаһының яңы ағзаларын тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Яҡын арала улар Палатаның өсөнсө саҡырылышын тәшкил итергә тейеш.

Төбәк башлығы, “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы Законға ярашлы, 15 кешене тәғәйенләне.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы тәүге тапҡыр 2009 йылда ойошторолғайны. Уның составы ике йылға бер тапҡыр ҡайтанан һайланды. Икенсе саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы 2011 йылдың июлендә төҙөлгәйне. Законға ярашлы, тәүге 15 ағза Башҡортостан Президенты Указы менән раҫланһа, икенсе саҡырылыштағы 15 кеше конкурс нигеҙендә һайлап алынды.


Вернуться назад